Үҙенең моңло һәм сағыу тауышы менән йыр-моң яратыусыларҙың күңелен яулаған, күп ҡыҙҙарҙың йөрәген яндырған талантлы йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов кәләш алған. Әбйәлил һылыуы Рузилә менән ошо көндәрҙә Асҡар ауылы мәсетендә никахтары буды.
Күптәр Ғайсарҙың кәләшен йырсылыр тип уйлай, әммә яңылыша. Уның һөйгән йәре - аҡ халатлы "фәрештә", тимәк, яратҡан йырсыбыҙҙың һаулығы өсөн ҡайғырырға тура килмәйәсәк.
Йәштәргә бәхетле тормош, ғаилә бәхете теләйбеҙ!