Республиканың Ҡариҙел районында 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы алынған автоклуб байтаҡ сараларҙа ҡатнаша.
Ошо көндәрҙә Йәнсәйет ауылында капиталь ремонттан һуң фельдшер-акушерлыҡ пункты менән почта элемтәһе бүлексәһен асыу тантанаһы ла унһыҙ үтмәне.
Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған автоклуб байрамға йәм өҫтәне. Район мәҙәниәт һарайы артистары мәҙәни ял учреждениеһы булмаған ауыл халҡына концерт ҡуйҙы. Уларҙың сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде. Халыҡ уларҙы көслө алҡыштарға күмде.
Байҡы ауыл биләмәһе башлығы В.В. Шерстобитов әйтеүенсә, ауылға автоклуб беренсе тапҡыр ғына килмәй. Уның ҡатнашлығында дискотекалар, концерттар, фильмдар ҡарау һәм башҡа мәҙәни саралар ойошторола. Клубтар булмаған ауылдар өсөн был айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.
Фото: ecology.bashkortostan.ru