Улар йәшәйешебеҙҙе йәмләй

Мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ошо өлкә хеҙмәт алдынғылары менән осрашып, уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.


Былтыр тотош ил, шул иҫәптән республикабыҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Барлыҡ мәҙә­ниәт ойошмалары ошо сараны һәр йәһәттән матур үткәреү өсөн бөтә көсөн һалды. Пандемия сәбәпле ҡатмарлы ошо осорҙа ирекмән булған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә республика етәксеһе рәхмәт белдерҙе.
Дәүләт наградаларына лайыҡ булғандар тураһында Радий Фәрит улы йылы һүҙҙәр әйтте. “Фән Вәлиәх­мәтов – башҡорт һәм татар эстрада­һының ысын легендаһы. Ошо билдәле артист сәхнәлә саҡта күңел ҡыуана”, – тине ул. Башҡортостандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов, тағы Ғафури район мәҙәниәт йортона ҡараған “Уҡлы ҡая” халыҡ ансамбле етәксеһе Рәмил Ғимранов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Фәрит Иҙрисов, рәссам-скульптор Өлфәт Ҡобағошов һәм республиканың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова “Салауат Юлаев” ордены менән наградланды. Әйткәндәй, Гөлдәр Сабит ҡыҙы 20 мартта матур юбилейын билдәләне.
Республиканың Мәҙәниәт ми­нистрлы­ғының бүлек мөдире – баш бухгалтер Резеда Ғәзизоваға, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең баш хормейстеры Эльвира Ғәйфуллинаға, Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллинға Башҡорт­остан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.
Бер төркөм мәҙәниәт алдынғы­ларына “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән мәртәбәле исем бирелде. Улар араһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артист-вокалисы Йәмил Әбделмәнов, Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Раян Алтыншин бар ине. Раян Алтыншин үҙенең хеҙмәтен ошондай мәртәбәле баһалауҙары өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе һәм Радий Фәрит улына үҙенсәлекле бүләк яһаны: иртәгә буласаҡ тыуған көнө айҡанлы башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.
Йәнә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе драма артисы Фәим Әхмәтйәнов, М. Ғафури исемен­дәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Сәғиҙулла Байегет, ошо уҡ театр актрисаһы Алһыу Бәхтиева, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Рушан Биктимеров, “Башҡорт­остан Республикаһы татарҙары конгресы” төбәк ижтимағи ойошмаһы ағзаһы Лина Гәрәева, “Шәхси эшҡыуар Әлфинур Закир ҡыҙы Ғиззәтуллина” микропредприятиеһы директорының ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рөстәм Ғиззәтуллин, Салауат дәүләт башҡорт драма театры актеры Фәтих Ҡолһарин, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры Артем Макаров, “Нур” Өфө дәүләт татар театры актрисаһы Гөлназ Мөхәмәҙиева, “Әнүәр Нурғә­лиев” театр-студияһы директоры Әнүәр Нурғәлиев һәм “Юлдаш” мәғ­лүмәт-музыка каналының “Яңылыҡ­тар” бүлеге алып барыу­сы­һы Фәрүәз Урманшин “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды.
“Рәсәй Рәссамдар союзы” Бөтә Рәсәй ижади-ижтимағи ойошмаһының төбәк бүлексәһе ағзаһы, рәссам Михаил Спиридоновҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәс­самы” исеме бирелде.
Бер төркөм хеҙмәт алдынғылары “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән исемгә лайыҡ булды. Улар араһында Ҡазан ҡала филармонияһы артист-вокалисы Рөстәм Асаев, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең әйҙәүсе артисы, балет артисы Айбулат Баһауетдинов, ошо уҡ ансамбль артисы Рәзилә Билалова, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе артисы Рудамир Басиров, Яр Саллы ҡалаһынан “Энергетик” мәҙәниәт һарайы артисы Лилиә Букеева, Республика халыҡ ижады үҙәге артисы Заһир Зәйнетдинов, Стәр­летамаҡ ҡалаһындағы Дәүләт рус драма театры актеры Артур Ишмө­хәмәтов, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Эльмира Юлдашева һәм башҡалар бар ине.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибә­ковҡа, республиканың Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Әлфиә Ҡолһаринаға, үҙешмәкәр художествола ҡатнашыусы Әлфиә Мырҙабаеваға һәм башҡаларға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелде.
Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры артистары Марат Вәлиев, Айгөл Моратова һәм Илшат Мөслимов Башҡортостан Рес­публикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Тантанала барлығы 60 мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәре тәбрикләнде.

– Йөрәктән сыҡҡан изге теләктә­ремде еткерәм. Былтыр пандемия осоронда ла һеҙ онлайн саралар ойошторҙоғоҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Республика Башлығы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, именлек теләне. Ул киләсәктә лә мәҙәниәт өлкәһенә етди иғтибар бүленәсәге хаҡында әйтте.

Читайте нас