"Һеҙ беҙҙе илһамландыраһығыҙ, донъяны матурыраҡ итәһегеҙ”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы, уларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала ҡатнашты. Сара Урта махсус музыка колледжында булды. Республика етәксеһе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы, дәүләт наградалары тапшырҙы.
“Миңә уникаль колледж бик оҡшай. Ундайҙар илдә һигеҙ генә. Бында йәш таланттарҙы тәрбиәләйҙәр һәм инде бер нисә тиҫтә йыл ысын маэстролар әҙерләйҙәр, улар беҙҙең музыканың, мәҙәниәтебеҙҙең киләсәген билдәләй. Ошо мөһим өлкәлә хеҙмәт иткән һәр кемде һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым”, – тине республика етәксеһе.
Артабан Радий Хәбиров йәш талант эйәләренә ижади уңыштар теләне, уларҙың тәрбиәселәренә рәхмәт әйтте. “Колледжда белем алғандар мәртәбәле конкурстарҙың лауреаттары була, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша, “Сириус” белем биреү үҙәгендә уҡый. Беҙ педагогтар менән дә, һәләтле сығарылыш уҡыусылары менән дә ғорурланабыҙ. Улар араһында – республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Шнитке исемендәге Мәскәү дәүләт музыка институты профессоры Рөстәм Шәйхетдинов, композитор Илдар Хисаметдинов, билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев, джаз музыканты Сергей Чипенко һәм башҡалар”, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы уҡыу йортона ярҙам күрһәтеләсәген дә әйтте. “Төбәктә – 117 балалар сәнғәт мәктәбе. Уларҙа 50 мең бала уҡый. Был - Башҡортостан мәҙәниәте үҫешен билдәләй торған ҙур бер армия”, – тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров мәҙәниәт, сәнғәт тармаҡтарының бар вәкилдәрен ҡотланы. “Тап һеҙ, ҡәҙерле музыканттар, хореографтар, музейҙар һәм ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, бейеүселәр, рәссамдар, яҙыусы һәм шағирҙар, беҙҙе үҙегеҙҙең ижадығыҙ менән илһамландыраһығыҙ, тирә-яҡ донъяны матурыраҡ итәһегеҙ”, – тине ул.
Урта махсус музыка колледжында булғанда республика Башлығы уҡыу кабинеттарын, музыка әҙәбиәте һәм информатикаһы кластарын ҡараны, фортепиано, камера ансамбле дәрестәренә инде, педагогтар, уҡыусылар менән аралашты.
Колледж 1972 йылда асылған. Бында әле 235 бала уҡый. Йәш музыканттар Рәсәйҙең иң яҡшы концерт майҙандарында сығыш яһай. Аҙаҡҡы биш йыл эсендә генә лә колледждың 500 тәрбиәләнеүсеһе халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары булған.
Мәғлүмәт һәм фото: glavarb.ru
Читайте нас