Салауат башҡорт дәүләт драма театрында, ғөмүмән, үҙ эшенә мөкиббән артистар эшләй. Улар ҡабатланмаҫ ролдәре менән тамашасы һөйөүен яулай, театрҙың баһаһын юғары кимәлгә сығара. Сирек быуат ғүмерен ошо театрға бағышлаған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәүфилә ЯҠУПОВА ла – шундай шәхестәрҙең береһе. Салауат башҡорт драма театры труппаһына 1995 йылда ҡабул ителә. Егерме биш йылдан ашыу эшләү осоронда алтмыштан ашыу роль ижад итеп, меңдәрсә тамашасының һөйөүен яулаған актрисаны күптәр моңло йырсы булараҡ та белә.
Нәүфилә Яҡупованың ижадында тәнәфес юҡ, уның профессиональ һәләте ихтыяж менән файҙаланыла. 2000 –2015 йылдарҙа биш тапҡыр “Йыл актрисаһы” премияһына лайыҡ була. Актрисаның сағыу, үҙенсәлекле һәләте, үҙенә ҡарата юғары талапсанлығы, үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләүе ижад юлының башында уҡ уға театр труппаһында ышаныслы, алдынғы урында булырға булышлыҡ итә. Ижади хеҙмәтенә 25 йыл тулыу айҡанлы, актриса менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Нәүфилә Нурислам ҡыҙы, ҡайһы яҡтарҙа тыуып, ҡайһы яҡтың һауаһын һулап, һыуҙарын эсеп үҫтегеҙ?
– Башҡортостандың йәмле төбәге, бил батырҙарына, уңған ҡыҙҙарға бай данлы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы – тыуған төйәгем.
– Өфө сәнғәт институтының театр факультетындағы актерҙар бүлегендә белем алдым. СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова төркөмөндә уҡыныҡ. Ул үҙебеҙгә генә хас һыҙаттарҙы, үҙенсәлекле яҡтарыбыҙҙы асырға тырышты. Донъя әҙәбиәтенә, театрына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыусы ла Гөлли Арыҫлан ҡыҙы булды.
– Актриса булыу теләге ҡасан уянды? Мәктәптә уҡығанда уҡ ошо турала хыяллана инегеҙме?
– Мәктәп йылдарында сәнғәткә һөйөүем йөрәгем түрендә генә бөрөләнә башлағайны. Өфөлә республика художество интернат-мәктәбендә уҡығанда ял һайын театрҙарға йөрөттөләр. Гел генә Башҡорт дәүләт драма театрын һайлай торғайным. Шул ваҡыттан бирле сәхнәгә мөхәббәтем артып, фәҡәт актриса булыу теләге көсәйҙе.
– Хеҙмәт юлын башлап ебәргән мәлдәрегеҙ хаҡында ла һөйләгеҙ әле.
– Беҙҙең курс махсус рәүештә Салауат театры өсөн әҙерләнде. Театрҙың ул саҡтағы баш режиссеры Вәзих Сәйфуллин үҙе килеп, һайлап алды. Тотош курсҡа 12 кеше килгәйнек, тора-бара өсәү генә ҡалдыҡ. Салауаттар беҙҙе бик йылы ҡаршы алды, үҙ балалары кеүек ҡурсалап яратып ҡына йөрөттө. Әлбиттә, килеү менән бер кем дә күп итеп роль биреп ҡуйманы. Миңә лә ошо театрҙа эшләй аласағымды, төрлө ролдәрҙә уйнарға хыялланғанымды көндән-көн фәҡәт хеҙмәтем, сәхнәгә ҡарата һөйөүем менән иҫбат итергә тура килде.
– Тәүге ролегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
– Тәүге ролдәрем, әлбиттә, диплом эштәре ине. Беҙ уларҙы Салауат театры сәхнәһендә тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ. Дипломдарыбыҙҙы ла нәҡ ошо сәхнәлә тапшырҙылар. Ә ролдәргә килгәндә, П. Кальдерондың “Мөхәббәт менән шаярмайҙар” тигән комедияһында – Леонора, Р. Киплингтың “Маугли”- һында – Табаки.
– Тамашасы күңелен яулау өсөн актрисаға ниндәй сифаттар кәрәк?
– Минеңсә, тамашасы һөйөүен яулау өсөн фәҡәт үҙ һөнәреңде ныҡ яратырға һәм уға тоғро булырға кәрәк. Мин бер ваҡытта ла ул турала уйланғаным булманы. Сәхнәлә һәр ролде яратып, еренә еткереп уйнарға, тамашасыны алдамаҫҡа, уны хөрмәт итергә кәрәк икәненә инандым.
– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырһағыҙсы. Тормош иптәшегеҙ һеҙҙең актриса булыуығыҙға, йыш ҡына гастролдәргә сығыуығыҙға ҡаршы булманымы?
– Йәмәғәтем Илдар Ишембай районының Һайран ауылынан, артист түгел, икенсе һөнәр кешеһе. Ике бала үҫтерәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Аида Ырымбурҙа университетта белем ала, ә улыбыҙ Илнур мәктәптә уҡый. Бәлки, баштараҡ тормош иптәшемә ҡыйыныраҡ булғандыр, ул ваҡытта оҙаҡҡа гастролгә сығып китә торғайныҡ. Ҡайһы районда булһаҡ та, ул минең янға килеп йөрөнө. Яратҡанға күрә лә түҙгәндер инде, мин өйҙә юҡ саҡта балаларға атай ҙа, әсәй ҙә булғанына бик рәхмәтлемен.
– Балаларығыҙҙың үҙегеҙҙең юлды һайлауын теләр инегеҙме?
– Бер мәл ҡыҙымда артистка булыу теләге көсәйеп китте. Ә мин ул профессияның эсен-тышын яҡшы белгәнгә күрә, ҡаршы төштөм. Бәлки, дөрөҫ эшләмәгәнмендер, тип тә уйлайым.
– Театр тормошо һеҙҙең өсөн нимә ул?
– Булмышым, күңелемдә урғылып-ҡайнап торған уй-хистәремде бойомға ашырыусы урын ул. Ғөмүмән, сәхнә – уй-хистәрем, үҙемде борсоған фекерҙәрем, уйҙарым менән тамашасыны тоташтырыусы күпер.
– Минеңсә, артист өсөн һәр роле яҡын һәм ҡәҙерле. Һәр образды бала тапҡандағы кеүек тыуҙыраһың. Бөтә күңел йылыңды, йөрәгеңде һалып сығарыла ул. Бар ролдәрем дә яҡын миңә, шулай ҙа М. Әмирҙең “Гөлшаян” комедияһында – Гөлшаян, И. Йомағоловтың “Нәркәс”ендә – Нәркәс, Т. Миңнуллиндың “Әллә яҙмыш, әллә яңылыш”ында – Маһира, Г. Ғиззәтуллинаның “Йәннәт һулышы”нда – Дилбәр, Н. Мусиндың “Ғүмерҙең бер мәле”ндә ижад иткән Сөмбөл образдары күңелемә яҡыныраҡ та, ҡәҙерле лә. Һанай башлаһаң, күп инде улар. “Ни өсөн улар күңелемә яҡын икән?” тигән һорау йыш тыуа ине. Бәлки, нәҡ ошо ролдәрем, күңелемдең түренә үтеп инеп, үҙемдең генә нескә хистәремде аҡтарып сығара алғандыр. Бәлки, ошо геройҙарым мине кеше, ҡатын-ҡыҙ булараҡ тәрбиәүи, фәлсәфәүи яҡтан үҙгәрткәндер ҙә.
– Яңынан һөнәр һайларға тура килһә, нимә эшләр инегеҙ: барыбер театрға тоғро ҡалыр инегеҙме әллә?..
– Артист һөнәрен генә һайлар инем, әлбиттә. Уҡырға ингәндә лә күңелемдә шул уй ғына булды. Артист булыу хыялы, үҙемә ҡарата тәрән ышаныс тойғоһо ҙур сәхнәгә сығарҙы.
– Ғөмүмән, һеҙгә ниндәй ролдәрҙе тапшыралар?
– 25 йыллыҡ ижад юлымда һәр ваҡыт бер амплуалы актриса булыуҙан ҡурҡтым. Минеңсә, һин актер профессияһын һайлағанһың икән, төрлө жанрҙа уйнай белергә тейешһең. Аллаға шөкөр, ул яҡтан мин бәхетле актриса – комедияла ла, драмала ла, трагедия ла үҙемде һынап ҡараным. Үҙемде киң амплуалы актриса тип һанайым һәм төрлө ролдәрҙе ышанып тапшырғандары өсөн бәхетлемен дә.
– Ниндәй режиссерҙар менән эшләргә насип булды?
– Ижади ғүмеремдә төрлө режиссерҙар менән эшләнем. Ул яҡлап бәхетлемен, сөнки нисә режиссер менән бергә ижад итһәң, һинең багажың, сәхнә тәжрибәң дә арта бара. Режиссер – үҙенең фәлсәфәһе, донъяға ҡарашы булған, кешенең холоҡ-фиғелен төптән күргән психолог. Һин уларҙың һәр береһенән дәрес алаһың.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Нәүфилә Нурислам ҡыҙы! Артабан да тырышып, илһамланып эшләргә насип булһын һеҙгә!