Сәхнәнән артистарҙың матур, күңелдәрҙе елкендергес сығыштарын ҡарағанда, беҙ, тамашасылар, ошо гүзәллектең нисек тыуҙырылыуы тураһында уйлап та ҡуймайбыҙ. Үҙ иңдәрендә татып ҡарағандар ғына тамаша сәхнәгә барып еткәнсе күпме көс түгелеүен яҡшы аңлай. Һүҙем тормошон тап шундай һөнәргә бағышлаған Фәнис Кәримов хаҡында.
Учалыла Кәримовтар династияһы йыр-моңға ғашиҡ, иҫ киткес оҫта бейеүселәр булараҡ күптәргә таныш. Мәҡәлә геройының атаһы Фәсих Кәтип улы “Байрамғол” совхозында бригадир булып эшләһә лә, ғүмере буйы данлыҡлы “Ләйсән” бейеү ансамблендә сығыш яһай. “Бейеүселәр ауылы” тигән даны таралған Наурыҙҙа тыуып үҫкән ир-уҙаман, сәхнәләрҙе дер һелкетеп, тамашасыларҙы хайран итеп бейер була, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иртә китә яҡты донъяларҙан, ғүмеренең һуңғы йылдарында аяҡтары һыҙлап, ныҡ ауырый. Наурыҙҙа уның иҫтәлегенә йыл һайын бейеү конкурсы ойошторола.
Әсәһе Рәүилә Камил ҡыҙы – балалар баҡсаһында тәрбиәсе, мөдир булып хеҙмәт юлы үтә, ул да һәр яҡлап һәләтле, бейергә ярата. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер халыҡ, Кәримовтарҙың балалары йырға-моңға бай мөхиттә тәрбиәләнә. Өс баланың һәр береһенә ижади һәләт бирелә, кинйәкәйгә ҡарата бигерәк тә йомарт була Хоҙай Тәғәлә – һығылмалы, ғәйрәтле буй-һынды ла, йор һүҙлелекте лә йәлләмәй унан.
Атаһына эйәреп, Фәнис кескәй генә сағынан бейей башлай. Ғаилә байрамдарында, балалар баҡсаһындағы сараларҙа гел уны бейетер булалар. Үҫә төшкәс, шул йылдарҙа Уральск ҡасабаһында ойошторолған “Ирәмәл” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнә башлай.
– Танылған бейеүселәр Рәйес Низаметдинов һәм Рәзинә Хәзиева – тәүге уҡытыусыларым. Бейеү серҙәренә мине улар өйрәтте. Ансамбль менән район, республикала ғына түгел, хатта ил кимәлендәге конкурстарҙа ла ҡатнашып, еңеүҙәр яуланыҡ, – тип ҙур сәхнәгә сыҡҡан йылдарын иҫкә ала әңгәмәсем.
Уральск урта мәктәбендә туғыҙ класты тамамлағас, егет Учалы музыка училищеһының хореография бүлегенә уҡырға инә. Хәҙер мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы тип йөрөтөлгән уҡыу йортондағы белем алған осорон йәшлегенең иң күркәм, иң сағыу мәле, тип иҫләй ул. Училищеның “Ҡойон” халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән ҡайҙа ғына сығыш яһамай улар, хатта Испания тамашасыларын да хайран итәләр. Икенсе курстан һуң өлгөр егет, уҡыуҙан тыш, Учалы филармонияһында ла бейей башлай.
2003 йылда училищены уңышлы тамамлаған йәш белгесте Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамбленә эшкә саҡыралар. Әммә унда оҙаҡ бейергә тура килмәй, һалдат бурысын үтәргә Ленинград өлкәһенә йүнәлә. Бер йыл хеҙмәт иткәс, уның профессиональ бейеүсе икәнлеген белеп, Көнбайыш хәрби округының Санкт-Петербург ҡалаһындағы Йыр һәм бейеү ансамбленә һынау үтергә тәҡдим итәләр.
Йыл буйы бейемәһә лә, тәүәккәлләргә була һалдат. Имтихан алыусыларға “Форт Перовский”ҙы тәҡдим итә. Сәхнәне дер һелкетеп сығыш яһап бөткәс, залды бер аҙ тынлыҡ ялмап ала, шунан баһалама комиссияһы ағзалары дәррәү ҡул саба башлай. Икенсе бейеү итеп егет “Русская хлопушка”ны күрһәтә, уны ла бик йылы ҡабул итәләр.
Әрме хеҙмәтенең икенсе өлөшөн һалдат данлыҡлы ансамбль бейеүсеһе булараҡ үтә. Рәсәй буйлап ҡайҙа ғына гастролдә булмайҙар, Испания, Франция, Бельгия сәхнәләрендә лә сығыш яһайҙар. Әйткәндәй, Фәнис Кәримов – ансамблдә бейегән беренсе башҡорт егете.
Иҫ киткес һәләтле егет әрме хеҙмәтен тултырғас та, ансамблдә ҡалырға тәҡдим була, әммә күңеле тыуған яҡтарға тартыла. 2006 йылда ул “Ирәмәл” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ансамблдең төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа яулаған урындарын һанап бөтөрлөк түгел. Иң мөһимдәрен билдәләү урынлы булыр – “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ансамбль даими ҡатнашып, призлы урындар яулай, ике тапҡыр Гран-приға лайыҡ була, йыл аша ойошторолған “Сыңлы үксә”лә бер нисә тапҡыр еңеп сыға, 2018 йылда Ҡазанда халыҡ-ара бейеү фестивалендә лә ансамблгә Гран-при тапшырыла.
Шул уҡ ваҡытта “Ләйсән” халыҡ ансамблендә лә бейей Фәнис Кәримов. Тап шунда осрата ул буласаҡ тормош иптәшен – Әбйәлил һылыуы Гөлиә, Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлап, ансамблдә эшләп йөрөгән була.
Бөгөн Кәримовтар, үҙ ҡулдары менән ике ҡатлы күркәм йорт һалып, Уральск ҡасабаһында йәшәй, ике бала үҫтерәләр. Инсафҡа – 8, Сафияға 6 йәш. Ата-әсәләренә оҡшап, улар ҙа бейергә ярата. Кәримовтар районда ғына түгел, республика конкурстарында ла ҡатнашып, үҙҙәрен күрһәтә. “Байыҡ”та ла еңеү яулайҙар, әле “Ҡурай даны” конкурсының “Ижади ғаилә” номинацияһында ҡатнашалар.
Гөлиә Ишдәүләт ҡыҙы һүҙ оҫтаһы ла – 2018 йылда Учалы Яҙыусылар ойошмаһы тарафынан республика грантына ойошторолған “Илһам сығанағы – Ирәмәл” конкурсы финалсыһы була. “Ирәмәл” өлгөлө балалар ансамбленә бөгөн ул етәкселек итә.
Фәнис Кәримов үҙе тиҫтәгә яҡын бейеү һалған. Өс йыл элек “Ҡалҡан” бейеү ансамблен ойоштора. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “Ҡалҡан” республика кимәлендә лә танылыу яуланы.
– Ансамблдә төрлө һөнәр эйәләре бейей. Ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, төп эштәренән һуң килеп, ихлас шөғөлләнәләр. Район буйлап гастролдәргә йыш сығабыҙ, төрлө сараларҙа сығыш яһайбыҙ. 2018 йылда – тотош коллектив, былтыр ир-егеттәр составы “Байыҡ” телевизион конкурсында Гран-приға лайыҡ булды, – тип ҡыуанысын ихлас уртаҡлашты әңгәмәсем.
Былтыр етәкселек эшендә ярайһы тәжрибә туплаған, тырыш, өмөтлө белгесте район мәҙәниәт йорто директоры итеп эшкә саҡыралар. Учалы районында бөтәһе 66 клуб эшмәкәрлек итә, шуларҙың 33-ө – ауыл клубы, 30-ы – ауыл мәҙәниәт йорто статусында. Миндәк һәм Ҡунаҡбайҙа – күп функциялы, ә Комсомол ҡасабаһында моделле мәҙәниәт йорттары эшләп килә. 42 коллектив “өлгөлө”, “халыҡ” исемдәрен йөрөтә. Әлбиттә, бындай күп учреждениеларға етәкселек итеү ҙур яуаплылыҡ талап итә.
– Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт йорттарының, ауыл клубтарының матди-техник базаһы күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Бөгөн Сәфәр, Баттал ауылдары клубтары капиталь ремонтлана. Быйыл Уральск мәҙәниәт йорто “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” программаһы буйынса 8 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды. Бүленгән аҡсаға төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ, яҡтыртыу, тауыш, уйын ҡоралдары, яңы йыһаз алынасаҡ, тауыш яҙҙырыу студияһы булдырыу ҙа мәҙәниәт усағына заманса төҫ бирәсәк, – тине Фәнис Фәсих улы.
Мәҙәниәт йорто – һәр ауылдың йөҙөн билдәләгән усаҡ. Мәҙәни тормошо бай булған ауыл һәм ҡала ерҙәрендә кешеләрҙең төрлө боҙоҡлоҡ менән булышырға ваҡыты ла, теләге лә ҡалмай. Коронавирус пандемияһы ваҡытында ла Учалы районы клубтары эшһеҙ тормай, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө сараларҙы дистанциялы тәртиптә йәки бөтә санитария талаптарын күҙәтеп асыҡ һауала уҙғара. Бөгөн мәҙәниәт усаҡтары тулы ҡеүәтенә эшләй.
Вазифаһының күп ваҡыт талап итеүенә, көн тәртибе тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Фәнис Фәсих улы бейеүҙән айырылмай. Талант эйәһен төрлө мәҙәни саралар режиссеры итеп тә саҡыралар.
– Сәхнәгә сыҡһам, бөтә проблемалар онотола, ләззәт алам. Бейеү – минең өсөн тормош асылы, күңел сағылышы, үҙемдең уйлағандарымды, тойғоларымды халыҡҡа еткереү сараһы. Бейеүсе кеше сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ шәхес булырға, халҡының йыр-моңон, тарихын белергә, телен, мәҙәниәтен ихтирам итергә, нәфис әҙәбиәтте, спортты яратырға, тәрбиәле, күҙәтеүсән булырға тейеш. Үҙем бейеү һалғанда тарихи темаларға ла мөрәжәғәт итәм. “Салауат”, “Батырҙар” бейеүҙәре тап шундай. Тарихи бейеүҙәрҙе ҡуйыуы еңел түгел. Тәүҙә шәхес менән яҡындан танышаһың, бының өсөн күп әҙәби, тарихи материалдарҙы үҙләштерергә кәрәк. Һуңынан күңелдә дөйөм бер образ тыуа.
Шулай уҡ тәбиғәт, мөхәббәт, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт темалары ла яҡын миңә. Бында инде халҡыбыҙҙың милли холоҡ-фиғеле тәү урынға ҡуйыла. Мәҫәлән, итәғәтлелек, мөләйемлелек, тыйнаҡлыҡ, егет менән ҡыҙҙың аралашыуы – барыһы ла милли һыҙаттарға тап килергә тейеш, – ти бейеү оҫтаһы.
Фәнис Кәримов фекеренсә, балаларҙы кескәй саҡтарынан бейергә өйрәтергә кәрәк.
– Әлбиттә, һәр кем бейеүсе булып китә алмай, шулай ҙа бейегән кеше әллә ҡайҙан айырылып тора: кәүҙәһе – төҙ, һындары һығылмалы була. Бейеү бит һаулыҡ өсөн дә, күңел өсөн дә файҙалы, – ти ул.
Киләсәктә лә яңы бейеүҙәр һалырға, ижадтан айырылмаҫҡа, бигерәк тә йәш быуын менән күберәк эшләргә, гастролдәргә йышыраҡ йөрөргә хыяллана Фәнис Кәримов.
Бына шундай гел яңылыҡҡа ынтылған, маҡсатлы, әүҙем замандашыбыҙ йәшәй Учалыла. Тормошта ла, эшендә лә, ижадта ла уның яулайһы үрҙәре алда әле.
Сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең йылдар буйы йыйған һөнәри оҫталыҡтары һәм тырышлыҡтары арҡаһында Учалы районы күркәм мәҙәни-тарихи традициялары менән ғорурлана ала. Һеҙ ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлайһығыҙ, балаларҙы ижад итергә өйрәтәһегеҙ, сәнғәт донъяһын танып-белергә әйҙәйһегеҙ. Районыбыҙҙа үткән бөтә күркәм сараларҙың юғары кимәлдә ойошторолоуында һеҙҙең өлөшөгөҙ һанап бөткөһөҙ. Ысын күңелдән һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, һеҙгә һаулыҡ, уңыштар һәм ижади еңеүҙәр теләйем.
Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы.