Коронавирусҡа бәйле оҙайлы тәнәфестән һуң мәҙәниәт усаҡтары ныҡлап эш башланы, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Был йәһәттән “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ла тулы йәнлелек тойола. Көн һайын тиерлек яңынан-яңы сағыу саралар тәҡдим ителә. Мәҫәлән, 1 апрелдә – Халыҡ-ара көлкө көнөндә йылдың иң күңелле тамашаһы – “Ҡармаҡ-шоу” исемле өр-яңы юмористик йүнәлештәге ҙур концерт була.
Ошо сара айҡанлы “Ҡармаҡ-шоу” проектының авторы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының күңел асыу программалары редакцияһы етәксеһе, “Ҡурай” музыкаль каналы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита ӨМӨТБАЕВАҒА яңы проект менән яҡындан таныштырыуын һорап мөрәжәғәт иттек.
– Рита Ришат ҡыҙы, “Ҡармаҡ-шоу”ҙың идеяһы ҡайҙан килеп тыуҙы?
– Бына бөгөнгө күҙлектән ҡараһаң, беҙҙең башҡорт халҡының йыр-бейеүе даими камиллаша, үҫешә, тип әйтергә була. Ә бит халҡыбыҙ борон-борондан кинәйәле фекерле булған. Улар бер-береһенең йөҙөнән алмайынса ғына төрттөрөп әйтә белгән: таҡмаҡ аша ла, әкиәт менән дә.
“Ҡурай” каналын ҡараусылар: “Уй, беҙгә юмор кәрәк, юмор кәрәк”, – ти. Рәсәй каналдарын ҡараһам, унда уйын-шаяртыу икенсерәк. Элекке кеүек билдән түбән, алама көлөүҙәр юҡ. Мәҫәлән, “Comedy club”ты, “Вечерний Ургант”ты ҡарағанда ла, улар матур ғына итеп төрттөрөп, фекерҙәрен еткерә.
Кеше юморҙа үҙен күрергә тейеш. “Ҡармаҡ”ты ла тормош күренештәрен йәтеш кенә итеп эләктереп алырға тигән маҡсат менән ойошторабыҙ. Унда сәйәсәт юҡ, халыҡ һәм уның тормоштағы юморы сағыла. Әлбиттә, проектты артабан да үҫтерергә ине ниәт.
Халыҡтың шаяртыу-уйынға мохтажлығы бар, ә беҙҙә ул әлегә етеңкерәмәй. Мәҫәлән, “Тик-ток”тағы, интернеттағы юмор бер көнлөк кенә. Ә ул киң мәғәнәле һәм төртмәле булырға тейеш.
Юмор – бик киң жанр, әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә. Уны сәхнәгә сығарыу өсөн дә сценаристары ла, артистары ла, режиссерҙар ҙа булырға тейеш. Шуға ла әле фән йәһәтенән дә, әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә юмор өйрәнелеп бөтөлмәгән, тип әйтергә мөмкин. Уны халыҡ нисек ҡабул итер – “Ҡармаҡ” аша ҡарарбыҙ инде.
– Был проектта кемдәр ҡатнаша?
– Сарала билдәле артистар, тамашасы һөйөүен күптән яулаған уйын-көлкө оҫталары Шәһит Хамматов, Иҙел Аралбаев, Илсур Тайсин, Илнур Юламанов башҡарыуында миниатюралар, көләмәстәр сәхнәгә сыға. Шулай уҡ шоуҙа Лилиә Ишемйәрова, Айгөл Һағынбаева, Ильяс Кинйәғолов, Сәғиҙулла Байегет, Диана Ишниязова, Заһир һәм Рәүеф Иҫәнсуриндар кеүек билдәле артистарыбыҙ, эстрада йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Сарала “Бишбармаҡ” этно-проекты, “Хазина” төркөмө, “Ренессанс”, “Вираж” ансамблдәре, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле лә ҡатнаша.
– Республиканың шул тиклем артистары бер концертта сығыш яһаймы?
– Эйе, ҡыҙыҡлы ла, мәҙәк тә, ҡыҙғаныслы ла күренештәргә бай концерт-шоу тамашасы күңеленә бал да май булып яғылыр, тип ышанам. Шуға ла 1 апрелдә – Халыҡ-ара көлкө көнөндә беҙ “Башҡортостан” дәүләт концерт залында киске сәғәт 7-лә халыҡты көтәбеҙ. Тамашасының, көндәлек тормош мәшәҡәттәренән арынып, йәнләнеп, кәйефтәрен күтәреп, рәхәтләнеп күңел асырына шигебеҙ юҡ.
– “Ҡармаҡ-шоу” бер сығыш менән генә сикләнерме?
– Уны артабан да дауам итке килә, әлбиттә. Шуға ла “Ҡармаҡ-шоу” проекты буйынса тамашасының баһаһын да, тәҡдимен дә белгебеҙ килә. Артабан уны дауам итеү ҙә ошо һорауға ҡайтып ҡала.
Әйтергә кәрәк, бындай тамашаны ҡуйыр өсөн күп сығым да талап ителә: сәхнә кейеме, декорация, сценарий әҙерләү һәм башҡалар. Был йәһәттән “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллинға рәхмәт. Ул, беҙҙең проектты хуплап уны әҙерләү буйынса ярҙам күрһәтә. “Ҡармаҡ-шоу” проектының республиканың төп дәүләт концерт залында башланғыс алыуы ла беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Проект уңышлы башланғыс алһа, беҙ уның менән республика райондарына һәм ҡалаларына ла гастролгә сығасаҡбыҙ. Әлегә иһә башҡорт уйын-көлкөһөнә битараф булмаған тамашасыны сарабыҙға саҡырабыҙ.
– Рита Рәшит ҡыҙы, һеҙҙең “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсы, “Башҡорт йыры” һәм башҡа проекттарығыҙ кеүек үк, “Ҡармаҡ-шоу” ҙа республикала юмор сәнғәтен үҫтереүҙә яңы этәргес булыр, тип ышанабыҙ. Уңыштар теләйбеҙ!