Бына һиңә мә!

Юморға бай икән йәштәребеҙ.

Пандемияға бәйле оҙайлы каникулдан һуң “Кубоктар лигаһы” тип исемләнгән башҡорт шаяндар һәм отҡорҙар уйындарының икенсе миҙгеле асылды. Уйындың темаһы “Бына һиңә мә!” тип атала ине. Беренсе фестиваль Өфөләге “Торатау” конгресс-холында уҙҙы. Был юлы алты команда – Стәрлетамаҡтан “Филпром”, Өфөнән “Тегенән-бынан”, “Шаҡмаҡ”, “Бер минут”, Әбйәлил районынан “Хәмит”, Күгәрсен районынан “Ритайым” көс һынашты. Улар видеопрезентация, сәләмләү һәм биатлон кеүек бәйгеләрҙә үҙҙәренең һәләтен күрһәтте.


Өфө ҡалаһынан “Тегенән-бынан” командаһы “Кубоктар лига­һы”нда тәүге тапҡыр ҡатнаша икән. Өс егеттең (әйткәндәй, барыһы ла – I курс студенттары) береһе генә быға тиклем КВН-да уйнаған. Капитандары Айгиз Хәсәнов мәктәп йылдарында “20-се централ” командаһы ағзаһы була. Шуға ла тәжрибәле лидер етәкселегендәге команда уңышлы сығыш яһаны. “Кубоктар лигаһы”нда тәүге уйында уҡ өсөнсө урын алыу – ҙур ҡаҙаныш”, – ти Айгиз.
Башҡорт дәүләт университе­ты­ның Стәрлетамаҡ филиалы коман­даһының капитаны Айгөл Хәйбул­лина ине. Был ҡыҙ сәхнәлә генә түгел, ә тормошта ла әүҙем, ҡыйыу. Уйында уның сығышы күҙгә ташланып торҙо.
Әбйәлил районының Хәмит ауылынан Нияз Абдуллин “Хәмит” йыйылма командаһы исеменән бер үҙе генә сығыш яһаны. Ул шулай итеп тыуған ауылын данлауға өлгәште. Әйткәндәй, Нияз мәктәп йылдарынан уҡ КВН-да уйнай, стендап жанр­ҙарында ла сығыш яһай. “Кубоктар лигаһы”ның тәүге миҙге­лендә көс һынап ҡараған, артабан армия­ға алына, моряк булып хеҙмәт итеп ҡайта. Шуғалыр ҙа тор­мошто күреп өлгөргән егеттең видеопрезентация­һында диңгеҙ темаһының сағы­лышын күрҙек. Әле лә ул уңышлы ижади юлда, тип ҡыйыу әйтә алабыҙ, сөнки Нияз сәхнәгә сығыуҙың тәүге минуттарынан уҡ тамашасының һөйөүен яу­лауға өлгәште. Шуға ла уйын һө­ҙөмтәһе буйынса Нияз Абдул­лин­дың “Иң яҡшы шаяртыу” номи­нацияһына лайыҡ булыуы ла тамашасыла ғәжәпләнеү тыуҙыр­маны.
Күгәрсен районынан “Ритайым” командаһының сығышы ҡыйыу юмор менән айырылып торҙо, уларҙың тормошсан шаяртыуҙары, геройҙа­рының образдарына инеп уйнауы менән тамашасыны әсир итте. Уйын һөҙөмтәһе буйынса улар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Пре­зидиумы рәйесе Эльвира Айыт­ҡолованан махсус бүләк алды. Әйтергә кәрәк, Кубоктар лигаһы башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатын ҡуя.
“Бер минут” командаһы башҡорт КВН-ында иң тәжрибәле команда иҫәпләнә. Шуны ла әйтергә кәрәк­тер, улар ошо уйындарҙа күптән ҡатнаша, һөҙөмтәлә күптәре әлеге мәлдә “Юлдаш” радиоһында алып барыусы булып эшләй. Ә инде Венер Фәйзуллинды команданың төп моторы тип әйтәләр. Ул Сочи ҡала­һында уҙған “КиВиН” фестива­лендә, Ҡаҙағстанда үткән Жаймардан лигаһында үҙ көсөн һынап ҡараған.
Көсөргәнешле бәйгелә беренсе урынға “Бер минут” командаһы лайыҡ булды, икенсе – “Ритайым”, өсөнсө – “Тегенән-бынан”. Әйткән­дәй, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры артистары Гөлмирә Исмәғилева менән Фирғәт Ғариповҡа “Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы” һәм “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен баш­ҡарыусы” номинацияларын баш­ҡар­ған уйынсыларҙы һайлап алыу йөкмәтелгәйне. Улар шаяндар һәм отҡорҙар араһынан Айгиз Хәсә­новты – “Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы”, Айгөл Хәйбул­лина­ны “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен баш­ҡарыусы” номинацияһы еңеүсеһе тип билдәләне.
– “Бер минут” командаһы “Кубоктар лигаһы”ның “Миҙгел асыу кубогы”нда еңгәс, “Супер кубок”ка, йәғни финалға сыҡты. Унда еңгән команда 100 мең һум аҡса менән бүләкләнеп, Сочиҙа уҙасаҡ “КиВиН” халыҡ-ара фестивалендә ҡатна­шасаҡ. Әммә финалға тиклем тағы ла дүрт уйын буласаҡ. Май айында “Райондар кубогы” үткәреләсәк, июл­дә – “Йәйге музыкаль кубок”, октябрҙә – “Балалар кубогы”. Был фестивалдәрҙә еңгәндәр “Супер ку­бок”та ҡатнашыу хоҡуғын ала. Шулай уҡ бөтә фестивалдәр һөҙөм­тә­һе буйынса иң юғары балдар йы­йып, рейтинг системаһында юға­ры мәрәй алған команда, бер фестивалдә еңмәһә лә, финалға сығыу хоҡуғын аласаҡ, – ти “Кубоктар лигаһы”ның ойоштороусы мөхәррире Марсель Мөхәмәтйәнов.

Читайте нас