Ер һүҙе

“Милли колорит – халыҡтың рухында, эске донъяһында. Ә был рухты иң элек ауыҙ-тел ижадында күрмәй, ҡайҙа күрмәк кәрәк?” – Рәми Ғариповтың үткән быуатта әйткән ошо һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк. Ошо юҫыҡта Булат Йосоповтың кино мәктәбе, “Ер һүҙе” халыҡ-ара проектын быйыл икенсе тапҡыр ойоштороп, кино сәнғәте серҙәре тураһында нигеҙле белем алырға, тәжрибә тупларға ярҙам итте, режиссерлыҡ нескәлектәренә төшөндөрҙө.

“Милли колорит – халыҡтың рухында, эске донъяһында. Ә был рухты иң элек ауыҙ-тел ижадында күрмәй, ҡайҙа күрмәк кәрәк?” – Рәми Ғариповтың үткән быуатта әйткән ошо һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк. Ошо юҫыҡта Булат Йосоповтың кино мәктәбе, “Ер һүҙе” халыҡ-ара проектын быйыл икенсе тапҡыр ойоштороп, кино сәнғәте серҙәре тураһында нигеҙле белем алырға, тәжрибә тупларға ярҙам итте, режиссерлыҡ нескәлектәренә төшөндөрҙө.


Был курсҡа уҡырға инергә теләк белдереп 140 ғариза бирелгән. Һөҙөмтәлә 80 кеше унда еңеп сыҡҡан, 50-нән ашыу сценарий яҙылған, 40 кино төшөрөлгән. Өс ай ярым самаһы онлайн тәртибендә үткәрелеүе лә кәртә булманы. Үҙ һүҙен кино аша әйтергә теләгәндәр араһында Төркиәнән, Ямал-Ненец автономиялы округынан, Испаниянан, Мәскәүҙән дә уҡыусылар бар ине.
Кино төшөрөү ҡоралы сифатында телефон, фотоаппарат ҡулла­нылды.
Кинотаҫмаларҙа профессионалдар менән бер рәттән һәүәҫкәр артистар, дуҫтар, таныштар, курсташтар ҡатнашты. Туған телде тергеҙеүгә, һаҡлауға, үҫтереүгә һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуға арналған төрлө документаль һәм нәфис фильмдар, социаль роликтар, клиптар башҡорт, татар, урыҫ, удмурт, ғәрәп, ғағауыз телдәрендә яңғыраны.
Республика Башлығының Грантына атҡарылған сара булғас, һәр кем үҙенең кинотаҫмаһын артабан интернет киңлектәрендә, мәктәп­тәрҙә, матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио каналдарында тамашасыға еткерергә, таратырға бурыслы. Йәш быуында туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатын ҡуя был сара.
Мин бөтәбеҙгә лә бала саҡтан таныш, ғәрәп теленә бәйле булған дин темаһын һайланым. Электән иғтибар иткәнем булды, Азия халҡы ғына доғаларҙы, сүрәләрҙе матур итеп көйләп тик уҡый. Ә башҡорттар көйләп уҡый алмаҫлыҡмы? Был ролде популяр йырсы Ян Лираға тәҡдим иттем. Ул аҙанды, сүрәләрҙе, зекерҙәрҙе оҫта башҡара алыуын күрһәтте.
“Ҡибла” фильмындағы икенсе төп геройым – Мулла ролен улым, Салауат дәүләт башҡорт драма театры актеры, ошоға тиклем өс тиҫтәнән ашыу образ ижад иткән Әмир Үтәбаев уйнаны. Ян, “Ҡибла” фильмынан тыш, тағы бер нисә фильмда уйнау менән генә сикләнмәне, “Хәтер” исемле киноһын да төшөрҙө. Тәүҙә ул уны клип итергә уйлаған, Булат Йосопов сценарийҙы оҡшатҡас, уның тәҡдиме менән “Хәтер” нәфис фильмы тыуған.
– Клип булғас, йыры ла булырға тейеш бит инде, һәм ул бар, әлбиттә. Ике йыл элек ғағауыз композиторы Людмила Кукулер-Базаджи миңә “Унутмайджам” (беҙҙеңсә “Онотмам”) йырын башҡарырға тәҡдим иткәйне. Шул уҡ йылда ошо йырҙы ғағауыз телендә яҙҙырҙым. Ғағауыздар ҙа төрки халыҡ, уларҙың һөйләше төрөктәрҙекенә ныҡ оҡшаш, беҙҙекенә лә яҡын. Фильмдың йөкмәткеһе Бөйөк Ватан һуғышы темаһына ла ҡағылышлы. Һуғыш мәлен төшөрөүҙә Өфөнән Асҡар Илдар улы Хәбиров етәкселегендәге “Рейд”, Бөрөнән Руслан Рәшит улы Хәмиҙуллиндың “Бөрө уҡсылары” хәрби-тарихи клубтары ярҙам күрһәтте. Окоптар, блиндаж Бөрө клубының локацияһында төшөрөлдө, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты буласаҡ кинорежиссер Ян Лира.
Ул үҙенең фильмында ике роль башҡара: береһе – ейән, икенсеһе – разведчик, һуғышта үлгән олатаһының йәш сағы. Ә миңә өләсәй ролен ышанып тапшырҙы, уның йәш сағын Лиана Хәбибуллина башҡарҙы. Әмир Үтәбаев – разведчик, Әбйәлил Үтәбаев уның дуҫы ролдәрен уйнаны.

“Ер һүҙе/онлайн” проектында ҡатнаш­ҡандар ҙур бер команда булып ойошто. Ғөмүмән, бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләнек. Йүнәлеш табышып, күңелгә дәрт-дарман өҫтәп, кәңәштәр биреп торған Зилә Лира бер нисә картинаның директоры һәм операторы булып ҡына ҡалманы, Рәмил Ғәбделхаҡовтың булған хәлгә таянып яҙылған “Инеш” киноһында өләсәй, Ә. Әсәҙуллинаның “Па-де-де”һында – талапсан һәм уҫал уҡытыусы Сафия Хәҙисовна, Артур Хангәрәевтең “Һатлыҡ” фильмында – продюсер, Альбина Ғәлиеваның “Башҡорт теленә һәйкәл”ендә экскурсовод ролдәрен башҡарып өлгөрҙө.
Әбйәлил Үтәбаев Мәскәүҙә “Сәләм” тип аталған кинокартинаһын төшөрҙө. Ғаилә хәлдәре арҡаһында урыҫлашҡан, башҡорт телен бөтөн­ләйгә онотҡан йәш продюсер тура­һындағы фильмда Илһам ролен үҙе, Ринатты иһә Илнур Ғәниев баш­ҡарҙы, Вотяков Владислав – фильм­дың операторы. Күмәк эпизодтарҙа М.С. Щепкин исемендәге училище студенттары уйнай.
Ғөмүмән, режиссерлыҡҡа уҡырға һәм кино төшөрөргә уйлаған һәр кем был проектта үҙ көсөн һынап ҡарай ала, теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас