Милли йәштәр театрында ниҙәр көтөлә?

Мәҙәниәт учреждениеһының әҙәбиәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөтә донъя театр көнөндә...

Бөтә донъя театр көнөнөң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында йылдағыса сағыу итеп үткәрелеүе көтөлә.
Көндөҙ йәш тамашасылар өсөн ҙур залда Корней Чуковский әкиәте буйынса “Айболит һәм Бармалей” мюзиклы ҡуйыла. Киске спектакль алдынан театр фойеһында байрамға арналған тамаша, актерҙар менән осрашыу көтөлә. Киске 7-лә комедия жанрын үҙ иткәндәр өсөн рус труппаһы Б. Рацер һәм В. Константинов пьесаһы буйынса ҡуйған “Имеретиянан килгән кәләш” комедияһын ҡарап ял итеп ҡайтырға мөмкин.
Был хаҡта театрҙың әҙәбиәт бүлегенән хәбәр итеп, фотолар менән бүлештеләр.
Фото Милли йәштәр театрынан.
Читайте нас