Шәмбе “Театраль Волга буйы” фестиваленең еңеүселәре асыҡланды, тип хәбәр иткәйнек. Тантана Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы Ижевскиҙа үтте. Волга буйы федераль округына ҡараған бар төбәктәрҙән дә студиялар тура эфирҙа бәйләнешкә сыҡты. Унда фестивалдә ҡатнашыусылар, баһалама ағзалары, теат сәнғәтен үҙ итеүселәр йыйылғайны.
Трансляция ваҡытында округҡа ҡараған һәр өлкә, республиканың театр йолалары, мәҙәни ҡиммәттәре тураһында һөйләнелде, ҡатнашыусылар үҙ төбәктәрендә фестиваль нисек уҙғаны хаҡында бәйән итте. Һәр төбәктең эксперт баһаламаһы ағзалары улар фекеренсә төрлө номинацияларҙа еңергә мөмкин булған ҡатнашыусыларҙың исемен атаны. Эксперттарҙың тауыш биреүе һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы йәштәр һәм балалар спектаклдәре, шулай уҡ ике номинацияла ла иң яҡшы актер-актрисалар, режиссер эштәре, театр афишалары һәм плакаттар авторҙары араһында еңеүселәр ҙә һайланды. Бынан тыш, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған иң яҡшы спектакль билдәләнде.
“Иң яҡшы йәштәр спектакле”. 1-се урын – Сыуашстандың “Абрикосовый сад” театрынан “Страна слепых”;
– 2-селә – Мари Иленән “Битлек” (“Маска”) театры, “У войны не женское лицо” әҫәре.
– 3-сөлә – Башҡортостан, “Браво” йәштәр театр-студияһынан “Әлинур” спектакле (Бәләбәй ҡалаһы).
“Иң яҡшы балалар спектакле”:
– 1-се урында – “Шинель” спектакле менән “Аленький цветочек” йәш актер өлгөлө ҡурсаҡ театры, Һамар өлкәһе;
– 2-селә – Пенза өлкәһенән “Будь здоров, школяр!” әҫәрен ҡуйған “УТРО” өлгөлө уҡыу театры;
– 3-сөлә – Сыуашстандан “Станиславский.com” театр коллективы, “Оскар и розовая Дама”спектакле.
“Иң яҡшы режиссер эштәре” номинацияһында йәштәр театры араһында Сыуашстандан Дмитрий Миронов, ә балаларҙыҡы араһында һамарҙан Виктор Михайлов еңеүгә өлгәште.
– йәштәр театрҙары араһында – Александр Чернов, Сыуашстан; балалар араһында – Пенза өлкәһенән Денис Бахолдин.
– “Иң яҡшы актисалар” исеменә йәштәр араһынан Сыуашстандан Кристина Никифорова, ә балалар театрҙарынан шул уҡ республиканан Дарья Фомина лайыҡ булды.
Афишалар һәм плакаттар конкурсы еңеүселәре:
Софья Подгурская, Киров өлкәһе;
2-се – Ульяна Шиянов, шулай уҡ Кировтан.
3-сөлә – Мордва Республикаһынан Дарина Лапина.
– 1-се урын – Полина Тарасова, Киров өлкәһе;
2-се – Елизавета Кузнецова, һарытау өлкәһе:
3-сөлә – Яна Яблокова, Башҡортостан.
“Иң яҡшы спектакль” тип танылған әҫәрҙәр округтың бар төбәктәренең дә телеканалдары аша күрһәтелер тип көтөлә. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 23 апрелдә Ижевск ҡалаһында планлаштырыла.
Фестивалдә еңеүгә, призлы урындар алыуға өлгәшкән, шулай уҡ финалға сыҡҡан спектаклдәрҙе театральноеприволжье.рф сайтының «финалисты» ҡушымтаһында ҡарарға була.
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.