Сәйетбаба – республикалағы иң ҙур ауылдарҙың береһе. Ул Ғафури районында урынлашҡан. Унда былтыр май айында 100 йәшен билдәләгән Маһира Ғарифуллина йәшәй.
Маһира Мансур ҡыҙының туғанлыҡ ептәре ике ҙур нәҫелгә барып тоташа. Уның әсәһе – тирә-яҡҡа даны таралған быуынсы Фәғилә Байгилде ҡыҙы Байбулдина, атаһы урта хәлле крәҫтиән, күп мал тотҡан Мансур Сәйфетдин улы Мәүлетҡолов булған. Ошо татыу ғаиләлә 1920 йылда ҡарабойҙай һабанында донъяға килгән Маһира. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 22 йәшендә ике бала әсәһе була. Тылдағы оло бабайҙар, малай-шалайҙар ғына ҡалған ауылда иген үҫтерергә, утын әҙерләргә, фронт өсөн йылы башалтайҙар, бейәләйҙәр бәйләргә тура килә уның быуынына.
Уның хәтере әле лә шәп. Маһира Мансур ҡыҙының һөйләүенсә, Аҡкүл станцияһынан йәйәү орлоҡ алырға йөрөгәндәр. Үҫмер малайҙарҙың сабата кейеп, үҙҙәре менән бергә эшләүе хаҡында һөйләне инәй.
Маһира Мансур ҡыҙы – 12 бала тәрбиәләп үҫтергән Герой-әсә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, ҡатындың туғыҙ балаһы иҫән-һау йәшәп, юғары белем алған. Улар араһында ике математик, нефтсе, иҡтисадсы, инженер-химик, юрист һәм эшселәр бар. Ире Хәбибулла Зиннәтулла улы менән бергә 49 йыл ярым бергә йәшәгәндәр. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дон йылғаһын ике тапҡыр йөҙөп сыҡҡан кеше ине. Ғарифуллиндарҙың татыу ғаиләһендә үҫкән балалар бер-береһенә ярҙам итешеп йәшәй. Әле Маһира инәйҙең туғыҙ балаһы, 12 ейән-ейәнсәре, 19 бүләсәре һәм бер бүләһе бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағинәйҙең өс балаһы яҡты донъяла юҡ инде. Шулай ҙа барлыҡ тормош ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған, ил ни күрһә, шуны күргән, һуғыш ваҡытында аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла үткәргән, аҙаҡ үҙгәртеп ҡороу кеүек ваҡиғалар шаһиты булған ил инәһе бирешмәй.
Әле ул гәзиткә яҙылып, ҡыҙҙарынан мәҡәләләрҙе ҡысҡыртып уҡытып, тыңлап ултыра. Кешеләргә гел изгелек ҡылған, барлыҡ ауылдаштарын маҡтап: “Гөрләһен әле беҙҙең төбәк”, – тип теләй Маһира Мансур ҡыҙы.
Былтыр май айында ул 100 йәшлек юбилейын билдәләне һәм июлдә йәмле Мәндем йылғаһы буйында ҡор йыйҙы. Әле уның биш ҡыҙы һәм бер улы иҫән. Үҙе, илебеҙгә именлек теләп, сүрәләр уҡып, ҡыҙында йәшәй. Ил инәһенең теләге – тыуған төйәгебеҙ һүнмәһен, ауылыбыҙҙа башҡорт телендә донъя күргән матбуғат баҫмаларын уҡыһындар. “Иншалла, шулай булһын!” – тип беҙ, сәйетбабалар, теләйбеҙ.