“Йәш сағым, алтын сағым, Ялҡын сағым булһын фиҙа...”

Март айында мәшһүр Бабичыбыҙ фажиғәле һәләк булған.1919 йылдың 28 марты башҡорт халҡының олуғ талантҡа, ялҡынлы йөрәккә эйә шағир улының ерҙәге һуңғы көнөнә әйләнгән.

Март айында мәшһүр Бабичыбыҙ фажиғәле һәләк булған.1919 йылдың 28 марты башҡорт халҡының олуғ талантҡа, ялҡынлы йөрәккә эйә шағир улының ерҙәге һуңғы көнөнә әйләнгән.


Йөрәгендә халҡына һөйөү уты янған һәр кемдең күңелендә яҡты маяҡ булып һаҡланған Шәйехзада Бабичты шиғырҙары аша иҫкә төшөрөп алайыҡ. Шәлкемдә шағирҙың быға тиклем билдәле булмаған “Башҡорт халҡына” шиғыры ла урын алған. Уның эҙҙәренә филология фәндәре кандидаты, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова төшкәйне. Был ҡомартҡыны эҙләп табыу тарихы хаҡында ул: “Бабичтың “Башҡорт халҡына” тигән шиғыры барлығын башлап Зәбих Исҡужин исеменә яҙылған хаттарҙың береһендә уҡыным”, – тип яҙа.


Башҡорт халҡына


Борон-борон саҡта бер заманда

Тулҡынланған төрөк диңгеҙе,

Тулҡынланған, ташҡан, донъя баҫҡан,

Ер һелкеткән батыр Сыңғыҙы.


Бер тармағы унда, башҡорт халҡы

Шаулап аҡҡан Урал буйында,

Дошман яуын атҡан, Яйыҡ ашҡан,

Һис булмаған ҡурҡыу уйында.


Аймаҡ һайын булған батыр ирҙәр,

Типһә, тимер өҙөп һындырған,

Төрлө түрә булып хан-бейҙәре

Илдә булған яуҙы туҙҙырған.


Ай-һай, батыр булған башҡорт халҡы,

Дошмандарын эштән яҙҙырған!

Ҡарт-ҡоролар шуны йәш быуынға

Мираҫ итеп һөйләп ҡалдырған.


Бына бөгөн беҙҙең ҡыҙыл башҡорт

Ер һелкетә, донъя тетрәтә...

Алтын погон мырҙа дошмандарҙың

Ғәскәрҙәрен ҡуйҙай өркөтә.


Ир башҡорттан тыуған сын арыҫлан,

Ҡыҙыл башҡорт илен һаҡлай ул,

Инҡилапсы ата, хәләл улы,

Атһыҙ ярлыларҙы яҡлай ул.

Ашҡына ул, ҡыуа, пыр туҙҙыра

Күптән иҙгән яуыз дошманын,

“Йәшәһен”, ти, ҡыҙыл ярлы халыҡ,

“Йәшәһен”, ти, Башҡортостаным!


Ҡара болот үтәр, дошман бөтәр,

Йәһәннәмгә китәр, юҡ булыр,

Дәүләт бәхет, рәхәт уртаҡ булыр,

Донъя йөҙө ал да гөл булыр.


Ярлы-ябаҡ булмаҫ Ер шарында,

Барса халыҡ унда тиң булыр;

Азат, матур, бай ил Башҡортостан

Ожмах кеүек рәхәт ер булыр.


Башҡортостан ҡарты шул ваҡытта

Һағынып һөйләр ҡыҙыл яуҙарын,

Аҡ яуҙарҙы ҡырып бөтөрөп,

Нисек уҙған Урал тауҙарын.


Әйҙә ҡырһын, ҡыуһын,

пыр туҙҙырһын!

Күптән иҙгән яуыз дошманын.

Йәшәһен шул ҡыҙыл ярлы халыҡ,

Йәшәһен шул Башҡортостаным!



Халҡым өсөн


Ап-аҡ алтын йырҙарымды

Йырламайым данлыҡ өсөн;

Йырлаймын алтын илем өсөн,

Үҙ туған халҡым өсөн.

Саф көмөштәй йырҙарымды

Йырламайым алтын өсөн;

Йырлайым тик саф көмөштәй

Саф йөрәк халҡым өсөн.


Сәскә төҫлө йырҙарымды

Йырламайым зауҡым өсөн;

Йырлайым тик сәскәләй

Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн.


Дәртле ҡайнар йырҙарымды

Йырламайым дәртем өсөн;

Йырлайым тик мәңге шат,

Дәртле, көләс халҡым өсөн.


Иламайым мин көндәрем

Һырғаҡ, һыуыҡ һалҡын өсөн;

Илайым тик ярлы, меҫкен,

Ҡыҙғаныс халҡым өсөн.


Йәш сағым, алтын сағым,

Ялҡын сағым булһын фиҙа,

Халҡым алдында минең

Биргән таҙа антым өсөн.


Ситлектәге һандуғас янында


Йөрәгемдә янған һағыштарҙы

Һиҙҙеңме әллә, моңло һандуғас?

Мин йырламай, былбыл,

кем йырлаһын,

Йөрәк ялҡындарым ҡабынғас.


Яҙҙар килә, ана, тамсы тама,

Иҫкә төшә үткән ғүмерем.

Үткән яҙғы саҡтар иҫемә төшһә,

Ташый, тула моңло күңелем.


Ҡараһана, былбыл, ситлегеңдән:

Урал тауы тора күгәреп.

Шул тауҙарға ҡарап мин йырлайым,

Уйҙарымды йыраҡ ебәреп.


Ник туҡтаның, былбыл, һайрауыңдан,

Әллә мине тыңлап торамһың?

Ник ышҡыйһың матур суҡышыңды,

Әллә мине үсләп көләмһең?


Мин йырлайым һағынып,

ә һин, ғәмһеҙ,

Ситлегеңдә ярма яраһың.

Яҙ етә бит, ниңә ҡарамайһың

Ситлегеңдән ҡотолоу сараһын?


Яҙҙар етә, ана, тамсы тама,

Йылы саҡтар килә яҡынлап,

Һинең кеүек матур моңло ҡоштар

Килә башлар инде аҡрынлап.


Яҙ етә тип, мин дә бер ҡыуандым,

Бер йырлайым өҙөлөп, һағынып.

Торорһоңмо, былбыл, һин зарығып,

Ситлегеңдә һаман ябылып?


Яҙҙар етә, ана тамсы тама,

Иҫкә төшә үткән ғүмерем.

Иҫкә төшөп үткән ғүмерем,

Таша, ҡайнай минең күңелем.


Салауат батыр


(Үҙ көйөнә)

Салауат нисә йәшендә?

Йәшел ҡамсат бүрке башында...

(Халыҡ йырынан).

Салауат ҡандай бәһлеүән?

Салауат ҡандай бәһлеүән?

Даусан, яусан бәһлеүән,

Еңелмәүсән бәһлеүән.


Салауат тиңһеҙ арыҫлан,

Салауат тиңһеҙ арыҫлан,

Арыҫландай алышҡан,

Уғы алған алыҫтан.


Салауат – Урал балаһы,

Салауат – йөрәк ҡәғбәһе1,

Ерҙә әнүәр2 кәүҙәһе,

Күктә зәңгәр шәүләһе.


Салауат дауҙы ҡайтарған,

Салауат яуҙы айҡаған,

Ҡылысы тауҙы аҡтарған,

Тауышынан күл сайҡалған.


Салауат – йәнле шәжағәт3,

Салауат мәңге сәләмәт,

Ҡаны беҙгә аманат,

Килтермәбеҙ яманат!


1Ҡәғбәһе – тотҡан юл, маҡсат.

2Әнүәр – нурлы.

3Шәжағәт – батырлыҡ.


Яҙғы йыр


Ултырҙым мин тауҙың күкрәгенә,

Йырҙар яҙам, елкәй, иҫмәй тор.

Шишмәкәй, тын, аҡрын... сеү,

шаулама,

Үткән ғүмерем, иҫкә төшмәй тор.

Сылтырап аҡҡан шишмә буйҙарында,

Аһ, мин йөрөнөм былтыр кем менән?

Шул саҡтарҙы, шишмә, алып аҡтың,

Ҡалдым һыҡрап ауыр моң менән.

Йырҙар яҙам тауҙың күкрәгендә,

Зинһар, тимен, елкәй, иҫмәй тор.

Йомол, гөлкәй, йомол бер минутҡа,

Минең күҙҙәремә төшмәй тор.

Аһ, сәскәләр, былтыр һеҙҙе өҙөп,

Кемдең күкрәгенә ҡаҙаным?

Кемгә ҡаҙап, кемгә моңло ҡарап,

Күҙҙәренән яуап араным*?

Ни тине ул күҙҙәр, эй, сәскәләр,

Күрҙегеҙме серле күҙҙәрен?

Кем ине ул, тетрәп хозурында,

Аҡ ҡулдарын һорап, теҙләндем?..

Йырҙар яҙам тауҙың күкрәгендә,

Ҡөҙрәтле ел, аҡрын, иҫмәй тор,

Һандуғасҡай наҙлым, ҡуй, һайрама,

Һайрап, йәш бәғеремде киҫмәй тор.

Иҫеңдәме, былбыл, үткән яҙҙа

Һин һайраған ағас төбөндә,

Кем ине ул шунда, ҡосағымда,

Ай балҡыған яҙҙың төнөндә?

Ҡотло булһын айлы төндәр, тиеп,

Һин бит беҙҙе ҡотлап һайраның,

Һин бит шунда һикереп ботаҡ һайын,

Ҡуныр өсөн урын һайланың.

Һин инең бит уның күкрәк серен,

Һайрап-һайрап, миңә белдергән,

Ул ҡайнатҡан минең күкрәк йырын,

Һайрап-һайрап, айға мендергән.

Кем ине ул шунда ай битенән

Минең йырҙарымды уҡыған?

Кем, тирбәтеп, минең күкрәгемдә

Уйнап торҙо таңда йоҡонан!..

Йырҙар яҙам тауҙың күкрәгендә,

Тау күкрәге серем белһен, тип;

Гөлдәр һирпеп яҙған йырҙарымды

Күкрәгендә һаҡлап торһон, тип.

Тыңлағыҙсы, ҡоштар, йырҙарымды,

Тыңлаһағыҙ, һеҙгә йырлармын,

Һеҙ һайрарһыҙ, ә мин тыңлармын,

Тыңлап, үкһеп-үкһеп илармын.


*Араным – эҙләнем.


Беҙ


Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар,

Күп ырыуға баш йорттар.

Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр,

Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар.


Беҙҙә тиңһеҙ сәхрәләр.

Сәхрәләр – ожмах улар;

Унда гөлдәр тирбәнеп,

Йәмләнергә саҡыралар.


Унда ҡоштар һайраша,

Күлдә ҡамыш шаулаша.

Ҡамыш буйы әрүшә,

Тамаша, әй, тамаша.


Беҙҙә ҡалын урмандар,

Беҙҙә данлы Урал бар;

Урал аҫты алтындыр,

Өҫтә шәфәҡ балҡыйҙыр.


Һиҙен, башҡорт, бәхетеңде,

Төшөн, башҡорт, атыңды;

Күрер өсөн тәхетеңде,

Истиҡбалың* алтынлы.

*Истиҡбал – киләсәк.


(Шиғырҙар алынды: Ш. Бабич. “Ал да сәс нур халҡыңа”. Шиғырҙар. Өфө, “Китап”, 2020.)
Читайте нас