Бөрйән - әҙәбиәт бишеге. Ошондай матур фекер әйтте бөгөн күренекле шағирә, журналист Айһылыу Ғарифуллина. Сәбәбе лә бар - Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан ойошторолған "Тарих яҙыр инем ташына" әҙәби марафоны бөгөн Бөрйәндә.
Яҙыусылар cоюзы идараһы рәйесе урынбаҫары Нурлан Ғәниевте, шағирәләр Лилиә Ҡәйепова, Айгөл Йәмилеваны Байназар ауылында ағинәйҙәр ҡаршы алды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ғәҙәттә, алыҫтан килгән ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршылайҙар, ә бында бөрйәндәр үҙенсәлектәре менән әсир итте: ағинәйҙәр таҡмаҡ әйтте, хатта бәләкәй генә сәхнәләштергән тамаша күрһәтеп өлгөрҙө, күҙ яуын алып торған ҡул эштәре менән таныштырҙы.
"Һыйырым быҙауланы, ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ итегеҙ", - тип ағинәй Фәнүзә Ишбаева ҡунаҡтарҙы урындыҡҡа ҡоҙаланы. Табын милли аштарыбыҙҙан һығылып тора: ул ҡорото, ул сейәле майы, ул данлыҡлы Бөрйән балы, ул талҡаны...
Сараның төп өлөшөнә - түңәрәк өҫтәлгә урындағы ижадсылар ҙа килгәйне - Айһылыу Ғарифуллина, Мөнир Фәйзуллин, Гүзәл Һырлыбаева, Миңнур Ҡасимова. Уларҙың әҫәрҙәре бөрйәндәргә генә түгел, бар башҡорт донъяһына яҡшы таныш. Быуындар бәйләнеше лә күҙәтелә: түңәрәк өҫтәлдә балалар, үҫмерҙәр ҙә етерлек, улай ғына түгел, Байназарҙың әүҙем яҙышҡан йәштәре төплө фекер йөрөтөүҙәре менән һоҡландырҙы.
Йыйылғандарҙы тәү башлап Бөрйән районы хакимиәте башлығының мәҙәниәт эштәре буйынса урынбаҫары Клара Теләүбаева сәләмләне, был марафонға ғына хас булған йылылыҡты билдәләп үтте.
Нурлан Ғәниев барыһына ла Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаевтан сәләм еткерҙе, "Тарих яҙыр инем ташына" марафонының эш барышы менән таныштырып үтте, бөгөнгө әҙәбиәттең хәле хаҡында фекер йөрөттө.
Урындағы "Баҙал" әҙәби берекмә етәксеһе, шағирә, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премия лауреаты Айһылыу Ғарифуллина туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне. "Күңелегеҙгә ойотҡо итеп һалып ултырығыҙ: телде һаҡлау беҙҙең бөрйәндәр ҡулында", - тине ул. Ул шулай уҡ ижади остаздары Самат Ғәбиҙуллин, Инсур Йәһүҙиндәрҙе иҫкә алып үтте.
"Бөрйән - әҙәбиәтебеҙ бишеге. Самат, Инсур ағай ҡалдырған аманатты атҡарырға тырышабыҙ", - тип тамамланы ул һүҙен. Ысынлап та, тәбиғәте менән генә һушты алмай Бөрйән, үҙенең шиғри күңелле, сәсән һүҙле шәхестәренең байтаҡ булыуы менән әсир итә.
Ошо уҡ осрашыуҙа шағир, яҙыусы Мөнир Фәйзуллин әйтмешләй: "Бөрйәндә һәр кем шағир, тик яҙмайҙар ғына". Осрашыуға килгән олоһоноң да кесеһенең дә шиғырҙары менән ихлас бүлешеүе быға дәлил. Шиғыр уҡып ҡына ҡалманылар, башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләрен дә уртаға һалып һөйләштеләр.
Бөрйән районында йәшәп ижад иткән шағир-яҙыусылар үтә тыйнаҡ, уларҙың китаптарын сығарыу бөгөнгө көндә төп бурыстарҙың береһе булып тора. Шулай уҡ сараға йыйылған китапханасылар уҡымлы китаптарҙың аҙ булыуы хаҡында әйтеп үтте. Халыҡ китап уҡый бында, китаптар өйҙән-өйгә йөрөй икән. Ҡайһы бер китапханасылар теге йәки был китапты үҙ аҡсаһына һатып алып тарата хатта.
Айһылыу Ғарифуллинаға абруйлы исем биреү мәсъәләһен дә күтәрҙе бөрйәндәр. Ошо һәм башҡа хәл итеүҙе талап иткән проблемалар Яҙыусылар союзы вәкилдәренә еткерелде.
Сара хаҡында тулыраҡ гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.