Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яҙыусы, “Ағиҙел журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың “Шаҡмаҡ ҡояш” исемле китабының тәүге (сигнал) экземпляры донъя күрҙе. Уны нәшриәт директоры Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов яҙыусыға ҙур сюрприз яһап, коллегалары алдында тантаналы шарттарҙа тапшырҙы.
- Башҡорт телендәге был китапты күптән көтә инем. Бығаса рус телендә, йоҡа форматта донъя күрҙе, ә быныһы ысын сюрприз булды! – тип шатлығы менән ихлас уртаҡлашты Мөнир Сәхиулла улы.
Коллегалары – башҡорт баҫмаларының баш мөхәррирҙәре китап авторының ҡыуанысын бүлешеп, уңыштар теләне. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләгән Мөнир Сәхиулла улына был китап тағы бер оло бүләк булды.
“Шаҡмаҡ ҡояш” йыйынтығына яҙыусының һуңғы йылдарҙа яҙылған ижад емештәре ингән. Тиҙҙән һатыуға сығасаҡ китап тиҙ арала үҙ уҡыусыһын табыр, тип ышанайыҡ.
Мәғлүмәттең һәм видеоның сығанағы: “Йәшлек” гәзите.