Бөгөн, 1 апрель – Бөтә донъя көлкө көнөндә, республиканың З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, донъяның байтаҡ илдәрендә билдәле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың “Һауыҡтырғыс көлкө” тип аталған ижад кисәһе булды.
Унда яҙыусының ҡәләмдәштәре, дуҫтары, ижадын үҙ итеүселәр, студенттар, ғөмүмән, юморҙы яратҡандар йыйылды. Ҡунаҡтар араһында философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың Фәндәр академияһы академигы Фәнил Фәйзуллин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужин, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, философия фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов, "Китап" нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, шағир, тәржемәсе һәм публицист Сергей Янаки бар ине. Кисәне филология фәндәре кандидаты, Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов алып барҙы.
Кисә ҡатнаш форматта үтте, тиергә мөмкин, сөнки Башҡортостанда, унан ситтә йәшәгән ҡала, район китапханалары уҡыусылары күңелле сараны онлайн тәртиптә ҡарай алды.
Кисәлә сатира, юмор оҫтаһының Өфөлә сыҡҡан “Тишекле таш”, Мәскәүҙә нәшер ителгән “Душа в душу” һәм Ҡазанда татар телендә донъя күргән “Осорона күрә йыры” тигән яңы китаптарының исем туйы ла ойошторолдо. Бынан тыш, яҙыусының донъя халыҡтары телдәрендә баҫылған китаптарынан торған “Тыныслыҡ һәм юмор илсеһе” тигән күргәҙмәһе лә булды.
Әйтергә кәрәк, донъяға таныла барған башҡорт “юмор илсеһе”нең бөтә китаптары ла китапхана фондтарында һаҡлана. Автор һәр яңы баҫмаһы менән тап ошонда таныштыра. Был инде үҙенә күрә йолаға әйләнгән, тиһәң дә була. Кисәгә килгәндәрҙе тәбрикләгәндә Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин да: "Марсель Шәйнур улы беҙҙең китапханала гел көтөп алынған ҡунаҡ, бик күптәнге дуҫ. Инде 55 йыл ул китапхананың даими уҡыусыһы булып тора", – тип билдәләне.
Күңелле ижади кисәлә Мар.Сәлим әҫәрҙәренән өҙөктәр ҙә уҡыны, шиғри әҫәрҙәре аша тормошобоҙҙағы күңелле лә, күңелһеҙ ҙә хәлдәрҙе бәйән итте.
Кисәлә ҡатнашҡан һәр кем тиерлек күренекле сатирик тураһында йылы һүҙҙәрен әйтергә ашыҡты, уның ижадының ысынлап та күңелде һауыҡтыра торған көскә эйә булғанын билдәләне. Көлкө байрамы йонсоу ғына бер көнгә тура килеүгә ҡарамаҫтан, бында ултырған һәр кем яҡшы кәйеф, ниндәйҙер күтәренкелек тойоп сыҡҡандыр.
Фото: Башҡортостан Милли китапханаһы.