Халыҡ-ара көлкө көнөндә Өфөләге Матбуғат йортоноң фойеһында коллегабыҙ – “Һәнәк” журналының биҙәлеш мөхәррире Артур Василовтың карикатуралар күргәҙмәһе асылды.
Автор 1996 йылдан алып киң матбуғат саралары өлкәһендә хеҙмәт итә. Ә “Һәнәк” журналы менән хеҙмәттәшлеге инде ике тиҫтә йылдан ашыу дауам итеп, 2017 йылдан алып А. Василов унда биҙәлеш мөхәррире булып эшләй.
Рәссам матбуғат баҫмаларын, китаптарҙы биҙәүсе, йәғни иллюстрациялар эшләүсе булараҡ танылды. Уның һүрәттәре күп билдәле ҡәләм оҫталарының ижад емештәрен биҙәй.
Артур Василовты ижади тормошондағы мөһим, иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотларға Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров, күренекле яҙыусы-сатирик, “Һәнәк”тә оҙаҡ йылдар баш мөхәррир булып эшләп киткән Марсель Сәлимов килгәйне. Улар ижадсыны ихлас тәбрикләне, йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Төрлө баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре лә рәссамды дәррәү ҡотланы, уның талантына һоҡланыуын белдерҙе. Сараға ижадсының яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре лә килде. Күргәҙмәне ойошторорға ярҙам итеп, коллегаһына дәрт өҫтәп, күркәм башланғысҡа тос өлөш индереүсе – “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев.
Үткер ҡылҡәләмле коллегабыҙҙы беҙ ҙә тәбрикләп, эшендә артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Ә күргәҙмәне ҡарарға теләгәндәр уны аҙна дауамында килеп күреп, күңеленә ял, яҡшы кәйеф алып ҡайта ала.