Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Апрель 2021, 14:30

Сибайға мәҙәниәт министры килде

Ул Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы менән осрашты, учреждениеның директоры вазифаһын башҡарыусы менән таныштырҙы.

Бөгөн Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде. Әминә Ивний ҡыҙы Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы менән осрашты, учреждениеның директоры вазифаһын башҡарасаҡ Юнир Кәлимуллин менән таныштырҙы.
Юнир Мөнир улы Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. Быға тиклем Сибай музыка мәктәбендә, "Росконцерт" берекмәһендә, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығында эшләгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай концерт-театр берекмәһенә Сибай дәүләт филармонияһы һәм "Сулпан" балалар театры инә.
Эш сәфәре барышында мәҙәниәт министры ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән филармонияның төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Мэр белдереүенсә, барыһы ла билдәләнгән срокка ярашлы бара.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас