Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2021, 17:45

"Атайсал"дан - китапханаға ярҙам

“Китап уҡыуға әүәҫлек һүрелә барһа ла, ул үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә бик мөһим баҫҡыс булып ҡала”, – ти Эдуард Сәйетбатталов.

Баш ҡаланың 7-се китапханаһы заманса китаптарға байыны. Улар төрлө темаға бағышланған, араларында энциклопедиялар ҙа, тарихи романдар ҙа, мажаралы йөкмәткелеләре лә бар. Биттәрен иһә таныш балалар йәнһүрәттәре һәм фильмдарының геройҙары биҙәй. Барлығы 154 китап тапшырылған.
Китапханаға бүләкте “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Яҡташтар” республика проекты координаторы Эдуард Сәйетбатталов яһаған. Ул Өфөнөң ошо Киров районында тыуып үҫкән. “Китап уҡыуға әүәҫлек һүрелә барһа ла, ул үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә бик мөһим баҫҡыс булып ҡала”, – ти Э. Сәйетбатталов.
Китаптарҙы бүләк итергә килгәнендә ул китапхананың техник яҡтан нисегерәк йыһазландырылғаны менән ҡыҙыҡһынды, хеҙмәткәрҙәрҙән пандемия осоронда эшләү үҙенсәлектәре хаҡында һорашты. Китапхана мөдире Ирина Зиннәтуллина: “Яңы китаптар – балаларыбыҙ өсөн ысын байлыҡ! – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты. – Бында классика ла, хайуандар тураһындағы баҫмалар ҙа, фәнни өйрәнеүгә ҡоролғандары ла бар. Бик зиннәтле бүләк!”
Яҡын арала китаптар кәштәләрҙә үҙ урынын алыр. Иң мөһиме – улар унда оҙаҡҡа тотҡарланмаһын.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: “Атайсал” проекты яңы ғына, 1 мартта, эшләй башланы. Уға ярашлы, тыуған яғына ярҙам итергә теләгән хәлле кешеләргә порталда теркәлеү ҙә етә. Сайт аныҡ ауыл-ҡаланың етәкселегенә уларҙың ниәтен автоматик рәүештә еткерә тиергә мөмкин. Әлеге көнгә файҙалы проектта ҡатнашырға 114 заявка килгән, уларҙың 67-һе модерация үтеп, сайтта урын алған да инде.
Мәғлүмәт һәм фото: ataisal.ru сайты.
Читайте нас