4 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Беҙ бергә!” проектына ярашлы “Донбасс” атҡаҙанған дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбле менән Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең берләштерелгән концерты була.
“Донбасс” ансамбле (генераль директоры – художество етәксеһе – Ольга Горячева) Донецк Халыҡ Республикаһының йөҙөк ҡашы булып тора. Коллектив репертуарында – төрлө халыҡ бейеүҙәре. Мәғлүм булыуынса, республикала 80-дән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй.
“Донбасс” ансамбле урындағы хореография мәҙәниәтенең иң яҡшы өлгөләрен һаҡлаусы булып тора. Ул халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙарының юғары оҫталығы сағылдыра. Төрлөлөк, музыкаль ритмдарҙың хислелеге, милли үҙенсәлек, художестволы алым, башҡарыусыларҙың оҫталығы – былар коллективтың алыштырғыһыҙ уңышы.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле – башҡорт профессиональ хореография сәнғәте һәм юғары башҡарыу оҫталығы үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм пропагандалағаны өсөн республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алған берҙән-бер коллектив. Ул Рәсәй буйынса ошо өлкәлә алдынғыларҙың береһе, төбәгебеҙҙең йөҙөк ҡашы, илдең профессиональ хореография коллективтары араһында тәүге өсәү иҫәбенә инә.
Ансамбль репертуары Ф.Ә. Ғәскәровтың үҙе ҡуйған һәм “Алтын фонд”ҡа ингән, шулай уҡ башҡа билдәле балетмейстерҙарҙың донъя халыҡтары бейеүҙәренән тора. Әле коллектив репертуары ШОС, БРИКС илдәре бейеүҙәре менән тулыландырылған.
Матур тамашанан ситтә ҡалмағыҙ.
Фото: "Башҡортостан" дәүләт концерт залы.