Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаевка ауылы бөгөн башҡорт фольклоры үҙәгенә әйләнде. “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” балалар һәм йәштәр ижадының V асыҡ республика фольклор фестивале үтте.
Фестивалдең беренсе этабы онлайн тәртиптә 18 февралдән 20 мартҡа тиклем уҙғайны. Республиканың 34 муниципалитетынан, Ырымбур өлкәһенән ҡатнашырға теләп 500-гә яҡын заявка бирелгән. Баһаламаға иң яҡшы эштәрҙе һайлау еңелдән булмаған. Уның һөҙөмтәләре буйынса 57 призлы урын бүленгән. Бөгөнгө гала-концертҡа гран-приға лайыҡ булғандар, 1-се, 2-се урын алғандар саҡырылған.
Фестивалдә дәрәжәле ҡунаҡтар - Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, республика Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Ирек Имәнғәлин, “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, "Йәншишмә" балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, район Советы рәйесе Фәнит Моратбаҡыевтар ҡатнашты.
Көн бик йөкмәткеле булды: балалар репетиция яһаны, райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙы, “Өс таған”ды ҡараны, һәм, ниһайәт, гала-концертта тамашасыларға илһам бүләк итеп сығыш та яһаны.
Фестиваль барышында башҡорт теле уҡытыусыларына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә фольклориада буйынса семинар үткәрелде. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, фестивалдең баһалама төркөмө етәксеһе Асия Ғәйнуллина ойошторҙо. Семинарҙа ҡатнашҡан белгестәр квалификацияларын күтәреү сертификатына эйә булды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Ҡырмыҫҡалы районының “Йондоҙ” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле гран-приға лайыҡ булды.
Фото, мәғлүмәт: "Башинформ".