Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2021, 13:30

Эске Йылан ырыуы гимнлы булды

Йыйында “Эске Йылан ырыуы” йәмәғәт ойошмаһының Советы һайланды. Уның составына халыҡ араһында абруй ҡаҙанған 15 ырыу вәкиле инде.

Ырыуҙар йыйынын бөгөн Дүртөйлө ере ҡабул итте.
Унда төрлө тарафтан Эске Йылан ырыу вәкилдәре сығыш яһаны. Илеш районы Түбәнге Йәркәй ауылынан тарих уҡытыусыһы Шамил Ғәбдрәҡипов үҙҙәрендәге башҡорт ауылдары тарихын һөйләһә, Светлана Хашимова ғаиләһе шәжәрәһе менән таныштырҙы. Борай районынан Фәүил Ғиззәтуллин тыуған төбәгенең Эске Йылан ырыуына ҡараған ауылдары үткәнен бәйән итте. Ҡалтасы районында был ырыу вәкилдәре йәшәгән ауылдар тураһында мәғлүмәтте урындағы ҡоролтай рәйесе Лилиә Дәүләтова еткерҙе, Саҡмағош районы башҡорттары исеменән Йомаш ауылы хакимиәте башлығы Рәмилә Сәлимгәрәева һүҙ тотто. Дүртөйлөләр ҡаһармандары хаҡында ғорурланып бәйән итте, Назар Нәжмиҙе йылы һүҙҙәр менән ололап хәтергә алды. Районда иң ҙур ауылдарҙан һаналған Исмаил тарихы менән Хәсәнйән Хәмзин таныштырҙы.
Йыйындың иң мөһим өлөшөнөң береһе “Эске Йылан ырыуы” йәмәғәт ойошмаһы Советын һайлау булды. Уның составына халыҡ араһында абруй ҡаҙанған 15 йыланлы инде. Совет рәйесе итеп бер тауыштан Миңеште ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Дамир Сабиров һайланды. “Һәр беребеҙ үҙ тамырын белһә, киләсәгебеҙ ҙә матур булыр. Бергәләп, емешле эшләргә яҙһын”, – тине ул.
Ырыуҙың гербын ҡабул итеү әлегә кисектерелеп торҙо. Был мөһим эште, Ю. Йосопов әйткәненсә, Ҡыр-йылан вәкилдәре менән берлектә хәл итеү зарур.
Ырыу гимнын ҡабул итергә ваҡыт еткәс, сәхнәгә бер төркөм йырсылар сығып, уны башҡарып ишеттерҙе. Моңло, туған халҡына, еренә, ырыуына һөйөү ярылып ятҡан йырҙы бар халыҡ аяғүрә баҫып тыңланы. Гимн да дөйөм бер ҡарарға килеп, бер тауыштан ҡабул ителде.
Киләһе йыйын Балтас районында үтә. Унда Танып ырыуы вәкилдәре йыйыла. Штандарт тантаналы рәүештә шул төйәк вәкилдәренә тапшырылды.
Йыйынды үткәреүгә тырышлыҡ һалған ойоштороусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Эске Йылан ырыуы байрамы урындағы артистар әҙерләгән матур концерт менән тамамланды.
Автор фотолары.
Читайте нас