Ырыу йыйыны Эске йыландың килеп сығыу тарихын бәйән иткән театр-хореография тамашаһынан башланып китте. Бында төп ете ырыуҙың йыйылғанын, төрлө тарихи осорҙарҙы: Иван Грозныйға барып грамота алыуҙы, Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуҙан алып Бөйөк Ватан һуғышы, унан һуңғы осор, хәҙерге көндәргә тиклем ваҡытты күрергә мөмкин булды. Сағыу сара залдағы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Эске Йылан ырыуы, Ҡыр-Йылан кеүек үк, башҡорт халҡының төньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡараған Йылан ырыуына инә. Йыландарҙың аҫаба ерҙәре тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай киң биләмә булып һуҙылған. Бишбүләк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Туймазы, Шаран, Саҡмағош райондарында йәшәй. Татарстандың Баулы районында ла Йылан ырыуы вәкилдәре бар.
Йылан ырыуының күренекле вәкилдәре: Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми, Советтар Союзы Геройы Әнүәр Абдуллин, яҙыусы Ғилемдар Рамазанов, билдәле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илһөйәр Ғизетдинова, билдәле композитор Ризуан Хәкимов, яҙыусы Мөҙәрис Мөсифуллин һәм башҡалар.
Тантананы район хакимиәте башлығы Риф Йосопов асты. Ул делегаттарҙы, йыйылыусыларҙы тәбрикләп, уңышлы эш теләне.
Докладтар менән БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социо-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, “Без – башҡортлар” йәмәғәт ойошмаһы башлығы Радик Бәхтиев, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев, яҙыусы Марсель Сәлимов сығыш яһаны.
Унан һүҙ Эске йылан ырыуы вәкилдәренә бирелде.