Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында республиканың киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре һәм сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән онлайн осрашыу булды.
Сарала ҡатнашыусыларҙы БДПУ ректоры Салауат Сәғитов, Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды генераль директоры Люциә Юлыева сәләмләне. Ҡырғыҙстандағы Ж. Баласагын исемендәге Ҡырғыҙ милли университетының дәүләт теле буйынса проректоры, филология фәндәре докторы, профессор Садиҡ Тиллебаев, Ҡаҙағстандағы Аҡтүбә ҡалаһындағы “Шатлыҡ” татар-башҡорт ижтимағи ойошмаһы етәксеһе Эльвира Хәбибуллина үҙҙәрендә алып барылған эштәр хаҡында сығыш яһаны. Ә бына Ҡаҙағстандан Мерей Кубжан ҡасандыр М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем алған. Ул үҙе уҡыған саҡтағы кеүек хәҙер ҙә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан студенттары араһында бәйләнеш булдырылһын ине тигән теләген белдерҙе. Сарала шулай уҡ Силәбе өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге директоры Нурия Иҡсанова сығыш яһаны.
Белеүебеҙсә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” проекты интернет-платформаһы уңышлы эшләй. Ул Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Был проекттың маҡсаты – этномәҙәни һәм күп конфессиялы интернет-диалог алып барыу. Был иһә Башҡортостандағы академик берҙәмлектәрҙең мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге халыҡ-ара бәйләнештәрен нығытыу өсөн мөһим. Өҫтәүенә, проекттың төп маҡсаттарының береһе – махсус ғилми-белем биреү интернет платформаһын ойоштороу. Был иһә милләттәштәребеҙҙең этник мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Шулай итеп, bez-bashkorttar.ru адресы буйынса халыҡ-ара ғилми-мәғариф интернет платформаһына инергә мөмкин. “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” проекты тормошҡа ашырылһа, ошо платформа һәммәбеҙ өсөн ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, мәғлүмәттәр менән тулыландырыласаҡ. Һөҙөмтәлә республикабыҙҙа башҡорт телендә донъя күргән гәзит-журналдар ҙа үҙҙәренең мәҡәләләрен тәҡдим итә аласаҡ.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов “Башҡортостан” гәзитенең милләтебеҙҙең ижтимағи-сәйәси үҫеше өсөн идеология үҙәге булыуын билдәләне. “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева баҫманың сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар тормошон яҡтыртыуҙағы өлөшө тураһында һөйләне. “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева халыҡ иҫәбен алыу сараһы, сит төбәктәрҙәге башҡорттар менән нығыраҡ бәйләнеш булдырыу хаҡында бәйән итте. “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков баҫманың сит төбәктәрҙә йәшәгән йәш милләттәштәребеҙҙе лә туплауҙағы әһәмиәтен билдәләне. “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар журналының бәләкәй башҡорттар өсөн мөһимлеге, тик баҫманың федераль каталогка индерелмәүе хаҡында белдерҙе. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты Зәки Әлибаев, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, университеттың башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова, уҡыу йортоноң уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе, “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” проекты менеджеры Зәкирә Латипова һәм башҡалар ҡатнашты.