Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Апрель 2021, 11:45

Учалы ауылында китапхананы яңырталар

Был маҡсатҡа федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 20 миллион һум аҡса бүленгән.

Быйыл Учалы ауылында үҙәк район китапханаһы ремонтлана. Ул – Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса яңыртыу программаһына индерелгән биш ауыл китапханаһының береһе.
Объектҡа капиталь ремонт яһала, яңы йыһаз һатып алына. Был маҡсатҡа федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 20 миллион һум аҡса бүленгән. Китапхана “Мәҙәниәт” милли проектына ингән “Мәҙәни мөхит” төбәк проектының гранттар конкурсында еңеп сыҡҡан.
“Әле офис техникаһы, фото һәм видео аппаратураһы, уйын ҡулайламалары һәм интерактив ҡорамалдар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн кәрәк-яраҡ, китапханалағы процестарҙы автоматлаштырыу өсөн ҡорамалдар, сенсор һәм балалар бүлмәләре өсөн йыһаз һатып алыуға килешеү төҙөлгән”, – тине китапхана етәкселеге.
“Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарының береһе – 520 балалар сәнғәт мәктәбен яңыртыу һәм кәмендә 740 муниципаль китапхананы модель стандарты буйынса ҡайтанан йыһазландырыу, шулай уҡ 40 балалар театрын реконструкциялау.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин мәҙәниәт учреждениеларын капиталь ремонтлауҙы финанслау мәсьәләһен хәл итергә ҡушҡайны. Күптән түгел йәш мәҙәниәт эшмәкәрҙәре өсөн премия лауреаттары менән осрашыуҙа дәүләт башлығынан мәҙәниәт ойошмаларын төҙөкләндереүгә субсидия алыу йәһәтенән “Мәҙәниәт” милли проектына үҙгәреш индереүҙе үтенгәйне.
“Хөкүмәт, күрәһең, ҡала мәҙәниәт йорттары төбәк һәм муниципалитеттарҙың яуаплылыҡ даирәһенә инә, тип фекер йөрөткән”, – тине Президент. Ул Рәсәй Хөкүмәтенә, Финанс, Мәҙәниәт, Төҙөлөш министрлыҡтарына мәсьәләне ныҡлы тикшерергә ҡушты. Владимир Путин шулай уҡ Президент Хакимиәтенә һәм Хөкүмәткә 2022 йылды Халыҡ мәҙәниәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан итеү тәҡдимен ҡарау бурысын ҡуясағы тураһында ла әйтте.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, ауыл ерендә ике мәҙәни-ял учреждениеһы төҙөү, 18-ен яңыртыу, муниципаль райондар өсөн биш автоклуб һатып алыу, биш модель китапхана асыу, дүрт музыка колледжын йыһазландырыу, 1051 белгестең белемен камиллаштырыу, 88 ижади башланғысҡа һәм проектҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү, музей коллекциялары буйынса мультимедиа-гид һәм виртуаль концерт залы булдырыу күҙаллана.
Фото: culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/316724/
Сығанаҡ: национальныепроекты.рф/news
Читайте нас