Өфөнән Артур Ихсанов Беренсе каналда үткәрелгән “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында ҡатнашты.
Сираттағы был тапшырыу Тәртип һаҡлау һағы ғәскәрҙәренең барлыҡҡа килеүенә 210 йыл тулыуға һәм Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы федераль ғәскәрҙәр хеҙмәтенең биш йыллығына арналды.
Артур – Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы федераль ғәскәрҙәр хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығындағы махсус тәғәйенләнешле мобиль отряд хеҙмәткәре. Ул республика Башлығы Радий Хәбиров һәм төбәк халҡы исеменән иҫтәлекле бүләктәр, күстәнәстәр – ҡурай, башҡорт балы, сәй һәм ҡаҙылыҡ – алып барған ине. Леонид Якубовичҡа халҡыбыҙҙың ир-егеттәр өсөн тегелгән милли бүркен бүләк итте.
Артур Ихсанов ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйөн башҡарҙы. Уға Мәскәүҙәге “Алтын ай” һәм “Шоңҡар” башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре ярҙам итте.
Фото һәм видео: Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге.