Күптән түгел Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” тигән китабы донъя күрҙе. Шағирҙың был йыйынтығы дүрт өлөштән тора, донъяның дүрт тарафына – дүрт терәк: “Атҡа менһен әле был халыҡ”, “Сәскә атыр әле сирендәр”, “Ҡоштар теленә күсер был йырҙар”, “Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ”.
Ябайлаштырып әйткәндә, тәүге бүлек ил-йорт, Башҡортостан хаҡында, “Урал төҫө” шиғыры менән асыла; икенсеһендә үҙәктә – мөхәббәт темаһы; өсөнсөһөндә – пейзаж лирикаһы өлгөләре; дүртенсе өлөштә – тыуған яҡҡа мәҙхиә.
Шағирә донъяһында Анна Ахматова, Белла Ахмадуллина, хатта Тарковский бар, Рәми Ғарипов, Тамара Ғәниева, Ғилман Ишкинин, Рәйес Түләк – шунда; Салауат Әбүзәргә, Рәүеф Насировҡа һәм, әлбиттә, Шәйехзада Бабичҡа һылтанма осрай. Был китабында Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Миңлеғәли Шайморатов, Александр Матросов, Алдар батырҙы барлай, Башҡорт кавалерия дивизияһына мәҙхиә йырлай, тыуған яғына ҡайта, Ирәмәлгә менә, “Ватаным” тип иленә бата әйтә.
Эйе, шағирәнең хәле иленекенә иш. Ул ил-йорто, халҡы менән шул уҡ һуҡмаҡтан йөрөй, үҙ зар-хәсрәттәре, хәстәрҙәре лә – уныҡы. Илауҙарға, зарға шиғриәттә бигүк урын ҡалдырмайыҡ, тиһә лә, ил-ҡәүеме нисек йәшәй, ул да шул хосуста.
...Алыҫтағы анау тауҙы ла
Йырға әйҙәүсе тип атаным,
Һәр мөйөшөң гүзәл йыр булып
Һарылғандай йәнгә, Ватаным!
Лариса – хис кешеһе, үҙе әйтмешләй, ҡырыҫыраҡ та холоҡло, ә күңеле – асыҡ-яран. Шуғалырмы, шаулы тормоштоң аһтары, шатлыҡ-һөйөнөстәре, көйөнөстәре тирмәһенә туранан-тура бәреп инә.
Шағирә – бер бөтөн, бөтә бүлектәрҙә лә шул уҡ рух, шул уҡ һулыш. Теле йырлап тора, идиомаларға, тапҡыр халыҡ әйтемдәренә-әйтеүҙәргә бай. Әлбиттә, уларҙы үҙенсә файҙалана, үҙенсә үҙгәртә лә.
Иңдәреңә төшкән моңһоҙ мәлем
Абынһам да, юҡ, һынманым әле,
Рухиәтең терәк, беләм мин.
Бабич, Рәми – уның терәге, халҡының тарихы, яу батырҙары... Ул халҡы рухы менән бөтөн, уның ғорур булмышынан түлләнә. Халҡының ҡыҙы, уның меңәр йыллыҡ тарихы – уның менән. Ул ниндәй көслө! Ошо саҡлы бай бул да, бахыр бул, имеш.
Һүҙен гелән ярып әйтә, эсендә тотоп тормай, юҡ, ул өндәшмәй ҡалмаҫ:
Минең халҡым башлап яу сапмаған.
Ерһеҙҙәргә үҙе ер биргән дә,
Булған малын бүлгән өләшеп.
Аҫабалар рухы йәшәй миндә –
Аҡһаҡалдай сабый Ватаным!
Шағирә оҙаҡ йылдар “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә эшләне, хәҙер ул – “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире. Йәштәр, ололар донъяһынан һуң кескәйҙәр иленә сыға. Шул өлкәлә үҙен һынай, таныта, киләсәк быуыныбыҙҙы тәрбиәләү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Афарин, тиәйек был эшенә, иңенә алған яңы бурыстарына!
Ҡыҫҡаһы, замандаштарға еткерер һөйөнөс һүҙем шул: ҡотлайбыҙ, мейестән яңы ғына сыҡҡаны менән! Был донъяла әлдә, тим, Ларисабыҙ, Ларисаларыбыҙ бар. Шатбыҙ, шундай рухлы ҡыҙҙарыбыҙ илдәр, фекерҙәр буйлай! Тулай, дулай, барыбер ҙә илебеҙ, телебеҙ, рухыбыҙ тип яна, аҡ ҡағыҙ битенә аҫабалар рухын яҙа.