Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Апрель 2021, 07:00

"Бер йыл һинһеҙ..."

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев кемдән ни өсөн ғәфү үтенгән?

Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Әнүәр Нурғәлиев әсәһен хәтергә алып, үҙенең "Инстаграм" сәхифәһенә әсәһенең фотолары менән матур видео урынлаштырған.
"Әсәйем... Әсәйһеҙ беренсе яҙым. Бер йыл һинһеҙ, әсәй... Күп нимәләр яҙырмын тигән инем,сөнки бик күп әйтелмәгән һүҙҙәр ҡалды. Тик ҡайһыһынан башларға ла белмәйем.
Ғәфү ит мине, әсәй, яңылыштарым, хаталарым өсөн, һирәгерәк ҡайтҡаным өсөн, көттөргәнем өсөн, ҡайһы ваҡыт шылтыратырға онотҡаным өсөн...
Әсәйем, бәғерем, биш минутҡа ғына булһа ла һине ҡайтарып булһа, бар донъямды бирер инем. Күҙеңә ҡарап бар һүҙҙәремде әйтер инем, ҡосағыңа инеп серҙәремде һөйләр инем..." - тип яҙған ул.
Яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен улар иҫән саҡта белеп ҡалайыҡ, улар янына йышыраҡ ҡайтайыҡ, аҙаҡ үкенескә ҡалмаһын.
Фото:sobkor02.ru
Читайте нас