Республиканың Милли музейында йыһанға беренсе кешенең осоуына 60 йыл тулыуға арналған фотокүргәҙмә асылды. “Беренсе: Гагарин һәм Куба” тип аталған был үҙенсәлекле композиция 16 майға тиклем эшләйәсәк.
Күргәҙмә “Куба менән дуҫлыҡ Рәсәй йәмғиәте” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә Юрий Гагариндың 85 йыллығына арнап эшләнгән “Еңелмәҫтәр-3” фотоальбомы нигеҙендә ойошторолған.
“Куба менән дуҫлыҡ Рәсәй йәмғиәте” төбәк-ара ижтимағи ойошмаһы 1964 йылдың 11 ноябрендә булдырылған Бөтә Союз совет-куба дуҫлығы йәмғиәтенең эшмәкәрлеген дауам итә. Дуҫлыҡ йәмғиәтенең беренсе президенты итеп Советтар Союзы Геройы Юрий Гагарин һайлана.
Фотопроект йыһанға юл ярған беренсе космонавтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Бынан тыш, ошо көндәрҙә республиканың Милли музейында “Ҡуҙғалдыҡ! Музейға!” тигән акция үтә. Уға ярашлы 9 апрелдә “Йыһан археологияһы” күргәҙмәһе ойошторола. 10 апрелдә Юрий Гагариндың тормошона ҡағылышлы документаль хроника демонстрацияланған кинолекторий һәм викторина үтәсәк. Ә 11 апрелдә Милли музей Асыҡ ишектәр көнө уҙғара.
Фото: республиканың Милли музейы.