Яратҡан йырсылар, артистар артынан хәҙер социаль селтәрҙәр аша ғына күҙәтергә күнегеп тә бөттөк инде. Улар ҙа яҙылыусыларынан, тамашасыларынан көндәлек тормоштарын йәшермәй уртаҡлашып килә.
Ошо көндәрҙә йәш йырсы Гөлназ Асаеваның дауаханаға эләгеүе мәғлүм булды. Был турала ул Инстаграмда үҙенең “сторис”ында һөйләне. Тәүҙә дауахананан бер нисә фото һалды, система эшләткән видеояҙмалар баҫтырҙы, аҙаҡ сирләгәнен дә раҫланы.
“Мине дауаханаға һалдылар. Күпме ятырмын, әлегә белмәйем. Хәлдәр шулай”, – тип яҙҙы ул. Әйткәндәй, шунда уҡ: “Был коронавирус түгел!” тип иҫкәртеп тә ҡуйған.
Нисек кенә булмаһын, уға тиҙерәк һауығып сығыу теләйбеҙ!