Үтә бәрәкәтле, уғата йомарт Ҡырмыҫҡалы ере. Ағиҙел буйҙары, һыубаҫар туғайҙары (элегерәк бигерәк тә), Зәңгәркүле, районыбыҙға бик күп атама-исемдәр биргән Ҡарлыманыбыҙ ни тора! Ер-һыу байлығына ҡушып арҙаҡлы шәхестәрен, изге яуҙа һәм тыныс хеҙмәттә дан яулаған батырҙарын, ғалимдар, шағир-яҙыусыларын һанай китһәң, ғорурлыҡ тойғолары кисермәй сараң юҡ.
Һоҡланабыҙ, һәр даим һағынабыҙ тыуған төйәгебеҙҙе. Ана бит, 130 йыл әүәл Мәшһүр остазыбыҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, алыҫ Симферополь тарафтарынан һағыныулы мәктүб-хатына ҡушып, “Йомран иле” шиғырын тыуған еренә юллай: “Беҙҙе Йомран иле, тиерҙәр,/ Ағиҙелдең буйы, тиерҙәр./ Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,/ Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән. /Ғәжәп хозурлы ерҙәрҙән,/ Ҡыҙылғыны ишет, берҙән./ Күренер ине күп ерҙән.../”.
Тыуған еребеҙ матурлығы, халҡының маһирлығы һуңғараҡ осорҙа Шәриф Бикҡол, Ирек Кинйәбулатов, Фәнил Әсәнов, Рәсих Ханнанов, Дилә Булгакова, Рәмзәнә Әбүталипова, Рәмил Сурағол, Фирүзә Абдуллина шиғырҙарында, әҙәбиәтсе-ғалимдар Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, прозаиктар Фәрит Иҫәнғолов, Рәлис Ураҙғолов, Риф Йөҙлөкбай әҫәрҙәрендә данланды. Арҙаҡлы һүҙ оҫтабыҙ һәм ғалимыбыҙ, халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов бер парсаһында былай ти: “Кешегә иң ғәзизе – туған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең. Шуны тойоп үҫкән кешенең күңел ҡото бар. Шуларҙы ҡәҙерләгән кеше бүтән әсәләрҙең ғәзизлеген, оло һыуҙарҙың татын, ҙур уттарҙың ҡайнарлығын, яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер”.
Ошо парса юлдарындағы матурлыҡҡа, бәрәкәткә иш булырҙай, кешеләрҙең күңел ҡотона тиңләшер бер гүзәл төбәгебеҙ ул аҡ ҡайындар ҡосағына һыйынған, беҙҙең ялан тарафтарында һирәгерәк осрар ап-аҡ ташлы бейек ҡаяны үҙ иткән Яңы Бишауыл, ә халыҡса, боронғоса әйтһәк, Ташбаш ауылы. Хоҙайҙың үҙе өсөн генә һайланмыш бер йәннәт баҡсаһылыр. Баш әйләндерер ҡаяһы тиһеңме, ҡайындары, сәскәле яландары тиһеңме – үҙе бер күңел ҡото инде!
1937 йылдың 8 апрелендә, ҡайнар ҡояш нурҙары аҡ ҡаяны, һылыу ҡайындарҙы иркәләгән мәлдә киләсәктә шағир, тыуған яҡ йырсыһы булып танылыр Борис атлы сабый донъяға һөрән һала. Ил күген ҡара болот ҡаплар көндәр әле алда, тыныс, яңы тормош, яңы өмөттәр кешеләрҙе дәртләндерә. Ишле ғаиләһенә йәнә бер улы өҫтәлгәнгә Миңлеғәлим Ноғоманов, колхоз рәйесе, сикһеҙ шатланғандыр. Улына яратып, Борис, тип өндәшеүендә лә ниндәйҙер хикмәт, яңылыҡ, совет рухы һиҙелгәндәй. Борис, барс, юлбарыҫ кеүек төшөнсәләр ята ул исемдә. Шағирҙарҙың донъяға килеүе үҙенсәрәктер ул, булмыштары ла уларҙың башҡасараҡтыр. Уларға, минеңсә, Хоҙай алдан уҡ ниндәйҙер ҡөҙрәт өҫтәй, изге бурыс йөкмәтәлер, һынауҙарҙы ла мул бирәлер. Шағир яҙмышы – ҡая-таштар яҙмышы ул:
Ағастарҙың әрһеҙлеген әйтәм:
Йәтеш урын һайлап ҡарамай,
...Хәйер... бына уйлап торам да,
Кешеләр ҙә ерҙең бар төбәген
Төйәк итеп, донъя ҡорғандар.
Кеше өсөн барлыҡ тарафта ла,
Үҙ иткәндә тормош ҡото бар.
Тыуған ер тип, яҡын күрһәң әгәр,
Ташта ла бит йәшәү һуты бар.
Ана шулай тип яҙҙы ил-ғәм алдында Шағир булып танылған арҙаҡлы яҡташыбыҙ Барый Ноғоманов үҙенең “Пар ҡарағай” шиғырында. Ташбаш ҡаяһы, унда ерегеп үҫкән ҡарағай һәм ҡайындар, тыуған ер ҡото тыуҙыра бындай шиғри юлдарҙы.
Барый Ноғоманов – республикабыҙҙа танылған һүҙ оҫтаһы, киң билдәле шағир, прозаик һәм журналист. Ул 1979 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, ике тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары авторы. И. Мырҙаҡаев-Балапанов, Фәтих Кәрим премиялары лауреаты, БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә бер-бер артлы “Йылбабай һәм сәғәттәр” (1969), “Аҡ таңдарым” (1978), “Йылбабайҙың дүрт ҡыҙы” (1980), “Етегән йондоҙ” (1982), “Йөрәгемдә ерем йәме” (1985), “Усаҡтар яна” (1986), “Өйөрмәле елдәр” (1985) һ.б. китаптары донъя күрҙе. Һуңғы осорҙа шағир хикәйә һәм повестар жанрҙарында ифрат уңышлы ижад итә.
Мәшһүр әҙәбиәтсебеҙ Ғайса Хөсәйенов былай ти: “Яҙыусы өсөн бигерәк тә өс нәмә мөһим: тормош һәм рухи биография, характер һәм талант. Биография үҙ яйы менән барлыҡҡа килә, характер бирелә һәм тәрбиә ителә. Ә талант иһә тәбиғәттең үҙенән килә, тыумыштан бирелә. Ҙур шәхес – ижадҡа нигеҙ”. Был фекерҙең хаҡлығы Барый Ноғоманов яҙмышында һәм уның бай ижадында асыҡ күренә. Ни тиклем тормошоң ваҡиғаларға бай, ғүмер юлдары ҡатмарлы, ижадсының әҫәрҙәрендә сағылған художестволы донъя шул тиклем мауыҡтырғыс һәм фәһемле. Уҡыусы ундай әҫәрҙе тап тормошсан итеп ҡабул итә.
Барый Ноғоманов яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары яҙмышынан айырылғыһыҙ. Ул ишле ғаиләлә үҫә. Атаһы Миңлеғәлим Ноғоманов – Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Артабан, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем, Ҡырмыҫҡалы МТС-ының тәүге директоры. 1942 йылдың йәйенә тиклем БАССР Наркоматында яуаплы хеҙмәткәр. Ике туған ағаһы Ғәлимйән Ноғоманов Алайғыр ауылында Карл Маркс исемендәге колхоз рәйесе (халыҡ артисы Флүрә Ноғоманованың атаһы, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була). Шул осорҙоң лаҡабы беҙҙең халыҡ хәтерендә әле лә һаҡлана:
– Райком бюроһында Ғәлимйән ағайыма выговор бирҙеләр, – ти икән ҡатынына район үҙәгенән ҡайтып төшкән Миңлеғәлим Ноғоманов.
– Һиңә лә бирерҙәр ине, һорай беләһеңме ни һин, ней мине, ней балаларҙы уйламай тик йөрөйһөң шунта! – тип әрләп ташлаған, ти, Миңленур инәй.
Миңлеғәлим Шаһивәли улы Ноғоманов, ҡулында бронь булыуына ҡарамаҫтан, 1942 йылдың йәйендә үҙ теләге менән фронтҡа китә.Тәүҙә Алкинда ике айлыҡ политруктар курсында уҡый, унан кесе лейтенант Дон далаларында барған ҡаты һуғыш эсенә барып инә, Воронеж өлкәһенең Чижов ауылы янындағы бейеклек өсөн ике ай барған алышҡа ташлана. Плацдармды бирмәҫ өсөн бында меңдәрсә яугир башын һала. Халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы, политрук Миңлеғәлим Ноғоманов та батырҙарса һәләк була.
Миңленур инәй һигеҙ бала менән яңғыҙы ҡала. Ярай әле аталары, яуға китер алдынан, ғаиләһен Ташбаш ауылына күсереп ҡуя. Ауыл бит, алабута-балтырғаны, көҙөн сәтләүеге лә ризыҡ...
Илаһам әгәр, әсәй имеҙгән,
Уның тире генә тамғанмы ни, –
Тамған уның күкрәк һөтө лә.
Йәнә “Сәтләүек” шиғырынан уҡыусыһын битараф ҡалдырмаҫ шиғри юлдар:
...Илде яҡлай атай алышта,
Йәшәүебеҙ – ауыр яҙмышта.
Һөткә ултырмаҫтан тиерлек,
Сәтләүегем, һине тиренек.
Әскелт һутың өттө иренде,
Тик туҡлыҡлы һымаҡ һиҙелде.
Тиңләр булдым, әгәр табылһаң,
Бармаҡ башы хәтлем алтынға...
Шағирҙың ҡустыһы Рәйес Ноғоманов “Көйөргәҙе” (№ 37, 8 май, 2020 й. ) гәзитендә былай тип яҙҙы: “Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгән 1985 йылдың йәйендә беҙ өс бер туған – Барый, Фәнис һәм мин – үҙ машинабыҙҙа Воронеж ҡалаһына сәфәр ҡылдыҡ. Воронеж ҡалаһы пионерҙарынан атайымдың туғандар ҡәберлегендәге исеме табылыуы тураһында хәбәр килгәйне. Волга ярында төн үткәрҙек. Чижов ауылы ҡала эсендә ҡалған икән. 15 мең яугиргә һәйкәл ҡуйылған, тирә-яҡта ал сәскәләр. Һәләк булғандар исемлегендә “Младший лейтенант Минигалим Шагивалеевич Нугуманов” тигәнде тулҡынланып уҡыныҡ, туғандар ҡәберлегенә сәскә бәйләмдәре һәм Ташбаш ауылының ҡара тупрағын һалдыҡ.
– Әйҙәгеҙ, Дон йылғаһын да барып күрәйек бер килгәндә, – ти Барый ағайым.
– Ҡайта һалайыҡ, юл оҙон бит, – тим.
– Эх, һеҙ, шағир йөрәген аңламайһығыҙ! Донды күрмәй буламы ни?! Ул бит бәйеттәрҙә йырланған даръя!..
Барҙыҡ, күрҙек Донды. Ҡайтышлай йәнә Тамбовты күреп китәйек тип һалмаһынмы:
– Был бит Һаҙый Таҡташ шәһәре, нисек күрмәй ҡайтһын, ти, шағир кеше!..
Эйе, шағирға рухи биография кәрәк, тетрәнеүҙәр кәрәк, шунһыҙ кеше йөрәктәрен елкендерер шиғыр юлдары тыумай. Баяғы сәфәрҙән һуң Барый Ноғоманов атаҡлы “Плацдарм” поэмаһын ижад итә. Ул яугирлек традицияларын, илһөйәрлек тойғоларын данлай, заманыбыҙҙа аҡһай төшкән намыҫ, бурыс кеүек рухи төшөнсәләр проблемаһын күтәрә:
Минең дә бар үҙ плацдар(ы)мым,
Мин был ерҙә, гүйә, һалдатмын!
Рухи биографияһын Барый Ноғоманов Иҫке Бәпес урта мәктәбендә уҡыған йылдарҙа уҡ яҙа башлай. Алдынғы уҡыусының шиғырҙары һәм мәҡәләләре “Башҡортостан пионеры”, райондың “Хеҙмәт даны” гәзиттәрендә әленән-әле донъя күрә. Мәктәпте тамамлау менән, комсомол юлламаһы алып, Шкапов нефть идаралығында ташсы-арматурсы булып хеҙмәт юлын башлай. Нефть романтикаһы, энтузиазм йөрәген елкендерә йәш шағирҙың. Әҫәрҙәрендәге ауыл күренештәре быраулаусылар, нефть фонтандары, производство картиналары менән үрелә бара.
Әрме хеҙмәте – үҙе бер фәһемле оло ваҡиғалар. Барый Ноғоманов Амур өлкәһендә броня-танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Урта белемле, хеҙмәт сынығыуы алған егетте командование Благовещенск танк училищеһына уҡырға йүнәлтә. Һынатмай Башҡортостан егете. Әммә курсант төндәрен әҙәби ижадтан айырылмай, хатта тәүге поэмаһын яҙып ташлай. Шиғырҙары “Ленинсы”ла донъя күреп тора.
– Казармаға ҡайтып инһәм, минең исемгә ҙур ғына конверт ята, – тип хәтерләй шағир. – Республика йәштәр гәзитендә минең бер шәлкем шиғырҙарым ташҡа баҫылған икән. Исемемде “Барый Ноғоманов” тип ҡуйғандар. Фәрит Иҫәнғолов ағайҙан хат та бар: “Башҡорт булғас, исемеңә есемең тура килһен инде. Бынан ары Барый тип йөрөтөрһөң үҙеңде, юғиһә, керәшен малайымы ул, тип һорайҙар”.
Яҡташ ағайҙың йылы һүҙҙәре йөрәгендә осҡондар дөрләтеп ебәрә. Училище начальнигына ҡат-ҡат рапорт яҙа, демобилизациялауҙарын үтенә шағир-курсант. Хәрби уҡыу йортон тамамлаһа, һис тә юғалып ҡалмаҫ ине, моғайын, полк командиры дәрәжәһенә ирешер ине. Әҙәбиәт фронты көслөрәк булып сыға. Өмөтлө йәш шағирҙы республикабыҙға ҡайтарыуға “Совет Башҡортостаны” гәзите редакторы, СССР Юғары Советы депутаты Ғилемдар Рамазанов көс һала, хәрби етәкселәр исеменә хат яҙа. Шағирҙың рухи биографияһына бай тормош ваҡиғалары булып теркәлә ул дәүер.
Хеҙмәттән ҡайтып төшкән Барый Ноғоманов “Башҡортостан пионеры” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй башлай. Юғары белем алыуын Башҡорт дәүләт университетында дауам итә. Уҡытыусы-филолог Бүздәк, Иглин, Ауырғазы райондары мәктәптәрендә балаларға һабаҡ бирә. Былары ла бушҡа уҙмай, рухи биографияның яңы биттәре яҙыла. Мәҫәлән, һуғыш осорон үҙ иңдәрендә, елегендә татыған уҙаман Бүздәк районының Көпәй-Ҡобау ауылында Майкамал Латипова инәйҙең яҙмышы менән таныша. Ирен һәм һигеҙ улын яуға оҙата ғорур яҙмышлы Майкамал, тик ике улы ғына имен ҡайта янына. Бөгөн ауылда көслө ихтыярлы әсәнең һәйкәле ил һәм кешеләр тарихын бәйән итә, һомғол шыршылар тынлыҡ һаҡлай бында. Үҙемдең дә һәйкәл янында, уйҙар ҡосағында ҡалып, олуғ ҡиммәттәр тураһында уйланып торғаным бар. Ә яугир улы Барый Ноғоманов үҙенең үлемһеҙ “Ҡыйҙаш ҡиссаһы” әҫәрен ижад итте.
Барый Ноғоманов-журналисты барыһынан элек, минеңсә, Башҡортостан радио комитеты формалаштырҙы. Бары ошонда уның журналислыҡ таланты һәм шағирлығы үрелеп барҙы, республикабыҙҙың мәҙәни донъяһына – оло даръяға алып сыҡты. Радиокомитетта әҙип 15 йылдан ашыу эшләй, бай яҙмышлы кешеләр менән аралаша.
Шағир 1967 йылда радиожурналистика менән шөғөлләнә башлай. Баш мөхәррир Тайфур Көсөков ағай: “Бында “егетләрский” кешеләр эшләй, һин дә һынатма!” – тип фатиха бирә. Тәүге көндән үк үҙе яҙа, микрофонға ла тексты үҙе уҡый башлай Барый Ноғоманов, ә бында матур дикцияң булыуы, туған телдең бар нескәлектәрен белеү зарур. Иң ҡыуанғаны Яҡуп Ҡолмой булғандыр: “Бер түгел, ике шағир булып киттек радиола!” Яугир шағир янына Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Заһир Исмәғилевтәр йыш килеп йөрөй, улар менән аралашыу – үҙе бер донъя!
– Миңә Мөхтәр Ғүмәров, Ғәфүр Латипов, Хәким Хәйретдинов, Абрар Ғабдрахманов кеүек арҙаҡлы шәхестәр, сәнғәт әһелдәре менән бергә эшләү бәхете тейҙе, – ти бөгөн олуғ әҙип. – Радио – кеше менән эшләүҙең иң ҡулай сараһы, көн дә китап уҡып булмай, ә радионы бөтә ерҙә лә тыңлап була. Ул – тормош мәктәбе, халыҡтың юлдашы, халыҡтың күңеленә инеү ысулы. Күҙ асып, күҙ йомғансы үткән радиолағы ғүмерем...
Уның ҡарауы радиожурналистика авторға “Һөйөнөстәрем, көйөнөстәрем” очерктар китабын бүләк итте, уҡыусыларын ҡыуандырҙы. Үҙ шиғырҙарын да әҙәби тапшырыуҙарҙа йыш уҡый танылған, уҡыусыларының һөйөүен яулаған шағир:
Ҡабырсаҡтар аҫыл ынйы йыя,
Һыу төбөнә тәрән күмелеп.
Уны эҙләп кеше диңгеҙ сума,
Ҡыл өҫтөнә ҡуйып ғүмерен.
Был донъяның аҫыл ынйыларын
Күләме яғынан ҙур булмаған шиғырҙа уҡыусыбыҙ поэтик оҫталыҡтың сағыу бер өлгөһөн самалар. Ысынлап та, һис бер авторҙа осрамаған кинәйәле сағыштырыу, поэтик параллель: тәбиғәттәге йән эйәләренең көндәлек мәшәҡәте; һыу төбөндә ҡабырсаҡҡа ынйы-мәрйен туплау; ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, аҫыл ынйы сүпләүсе әҙәм бәндәләре. Ә бит эргәбеҙҙә, аяҡ аҫтыбыҙҙағы аҫыл ынйылар күп ваҡыт күҙебеҙгә лә салынмай, юғалтабыҙ, әрәм-шәрәм итәбеҙ.
Барый Ноғоманов шиғриәттә теүәллек, камиллыҡ ярата, рифмалар ауаздашлығы, ритм-интонация аһәңлелеге, иләктән иләнгән һүҙ-образдар менән эш итеү, художестволы саралар палитраһы – барыһы ла шиғриәт тажы – халыҡсанлыҡтың ҡабатланмаҫ өлгөһө ул. Тыуған яғын данламаған шағир юҡ. Тәбиғәттәге матурлыҡты, гүзәллекте шиғри күркәмлеккә, самими нәфислеккә әйләндереү оҫталығы – бик һирәктәргә яҙыр илаһи ҡөҙрәттер. Беҙҙең һүҙ башындағы тәбиғәтебеҙ шағир ижадында ана ниндәй һүҙ ынйы-мәрйендәре менән балҡып китә: “Ослоташтың ябай ташы миңә / Тик гәүһәрҙән тора шикелле; /Уйыл-уйыл ғына сауҡаларҙың / Сикһеҙ сихри урман киңлеге./ Был – минең тыуған яғым.// Ошо төбәк менән төйнәлештә / Татлы хисе лә бит күңелдең./ Миңә ҡалһа, бынан башланғандай / Тартыу көсө лә бит еремдең./ Был – минең тыуған яғым//” .
Күңелемә шағирҙың радио тапшырыуҙарҙың береһендә: “Ғаләмдә күк есемдәренең тартылыу көсө кеүек беҙгә лә гравитация кәрәк. Бәреләбеҙ, һуғылабыҙ”, – тигәнерәк һүҙҙәре уйылып ҡалған. Шағир яҙмышы шулдыр инде: ул Ғаләм-Йыһан именлеге өсөн борсола, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен хәстәрләп йәшәй. Донъялар аяулы булһын. Аҡһаҡал шағирыбыҙ, үҙең дә халҡың менән тартылыу көсөң, гравитацияңды һаҡлап, рухи байлығың менән йомарт уртаҡлашып, оҙаҡ йылдар йәшә!