Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Апрель 2021, 18:00

Ришат Рәхимов тәүге концертына саҡыра

Иртәгә көтөлгән тамашаның программаһында ниҙәр ҡаралған? Тағы кемдәр ҡатнашасаҡ?

Ришат Рәхимов (RAHIMOV) – төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған, “Йәшлек шоу” Бөтә Рәсәй йәштәр йыры конкурсында Гран-при яулаған һәләтле йәш артист.
Ул “Girza music” лейблы (продюсеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин) аҫтында сығыш яһай. Әйткәндәй, унда Заһир Зәйнетдинов та бар.
Иртәгә, 7 апрелдә, киске сәғәт 8-ҙә Өфөләге Music hall27 майҙансығында Ришат Рәхимов үҙенең беренсе концерты менән сығыш яһаясаҡ. Сараға Zainetdin, Артур Кусимов, Эдуард Хөснөтдинов саҡырылған. Концерт бик сағыу буласаҡ, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар: унда заманса йырҙар, шулай уҡ милли ҡоралда башҡарылған композициялар яңғыраясаҡ.
Һәләтле йәш артисҡа уңыштар теләйбеҙ!
Фото:
Читайте нас