Армия ансамбленең етәксеһе Александр Александров ошо көйҙө ҡыҙыл командир Илья Атуровтан ишетә. Ул Александр Григорьевичҡа ифрат оҡшап ҡала. Шиғыр юлдары ҡытыршыраҡ күренгәс, әҫәрҙе шағир Сергей Алымов шымарта төшкән. Шуның арҡаһында йыр авторлығын Атуров менән Алымовҡа “биргәндәр”.
Ләкин Алыҫ Көнсығышта уны ишеткәс, урындағы халыҡ “Известия” гәзитенә, был көйҙөң партизандар гимны икәнлеген һәм авторы Граждандар һуғышында ҡатнашҡан Петр Парфенов булыуын яҙып ебәргән. 1934 йылда “Красноармеец-краснофлотец” журналында ул гимнды Сергей Лазоға арнауы тураһында бәйән иткән.
Ошо марш менән Граждандар һуғышы йылдарында ҡыҙылармеецтар ғына түгел, аҡ гвардиясылар ҙа йөрөгән. Улар йырҙы “Дроздовсылар маршы” тип атаған. Ә дроздовсылар – Беренсе донъя һуғышының румын фронтынан Донға, аҡ генерал Лавр Корнилов ғәскәрҙәренә ярҙамға, мең километрлыҡ юл үткән дивизия яугирҙәре.
Над тобой взойдет, Россия,
Бынан да әүәлерәк, 1915 йылда, Рәсәйҙә “Себер уҡсылары маршы”н йырлап йөрөгәндәр. Уның шиғырын данлыҡлы яҙыусы һәм журналист Владимир Гиляровский яҙған.
Из тайги, тайги дремучей,
Баҡтиһәң, Парфенов йырын Беренсе донъя һуғышына ҡәҙәр үк икенсе һүҙҙәр менән яҙған икән. Көй халыҡ араһында тиҙ таралған, ә шиғырҙы һәр кем үҙенсә сығарған. Граждандар һуғышы тамамланғас та, йыр үҙенең популярлығын юғалтмаған. Киреһенсә, уны бөтә ил күтәреп алған, барлыҡ халыҡ башҡарған.
Нисек кенә булмаһын, йырҙың яҙмышы бәхетле. Уның илдәр буйлап еңеүле сәйәхәте 30-сы йылдарҙа уҡ башланды. Испаниялағы граждандар һуғышы осоронда фронттан яҙған мәҡәләләренең береһендә журналист Эгон Киш ошондай иҫтәлекле ваҡиғаны һүрәтләй: “Тирә-яҡта төрлө телдәрҙә һөйләшәләр, һалдаттарға бер-береһен аңлауы бик ҡыйын, һәм бына уларҙың береһе ауыҙ гармоникаһын ала. Барыбыҙ ҙа яратҡан “Партизан йыры” көйө ағыла. Халыҡ, әҫәрләнеп, тынып ҡала. Бына бер яҡтан йырҙың серб телендәге һүҙҙәре ишетелә, уны французса күтәреп алалар, инде йырға чех, немец, болгар телдәрендә ҡушылалар...”
Икенсе донъя һуғышы йылдарында был йыр Европаның һәр илендә яңғыраған, антифашистик көстәрҙе туплаған, фашизмды еңеүгә өмөт уятҡан. “Партизан йыры”ның көйө Вьетнам партизандарының гимнына ғәжәйеп оҡшаш. Йыр тураһында Юлиус Фучик “Яза алдынан әйтелгән репортаж” тигән әҫәрендә лә хәтерләй, уны камерала ғүмеренең һуңғы көндәрендә йырлаған. Был йыр Болгарияла, Чехословакияла, Югославияла айырыуса ныҡ таралған. Фашист оккупацияһы йылдарында уның көйөнә урындағы тарихи шарттарға яуап бирерлек һүҙҙәр яҙыла. Көйҙө барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә белә. “Тауҙар һәм үҙәндәр буйлап” йыры көйөнә һалып, яңы һүҙҙәр яҙыла.
Мөмкинлек табып, бер көҙ Бүздәк яҡтарына йәнә барып әйләндем. Никольское тирәһендәге баҫыуҙарҙа иген бешкән. Баҡсаларҙа һары эшләпәле көнбағыштар башын эйгән. Икмәк, бәрәңге һабағы, бал – эҫе һауала әллә нисәмә төрлө еҫ аңҡый. Ауыл тып-тын. Ҡасандыр иркенәйеп һуҙылып ултырған урамда өйҙәр хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шаҡтай һирәкләнгән.
Ҡайҙараҡ булған икән Парфеновтарҙың йорто? Никольское мәктәбенең тарих уҡытыусыһы (хәҙер инде мәрхүм) Степан Семенович Кузьмин әйтеүенсә, Петр Парфенов тыуған ауылында һуңғы мәртәбә 1928 йылда булып киткән. Ул Семен Кузьминдың дуҫы булған һәм уға “Алыҫ Көнсығышта граждандар һуғышы тарихы” тигән китабын бүләк иткән. Ошо Никольское урта мәктәбендә Петр Семеновичтың туғаны Ефрем Кондратьевич Парфенов уҡытыусы булып эшләгән. Ул 1977 йылда донъя ҡуйған.
Заманында мин ошо гүзәл кешенең яҙмышы тураһында матбуғатта сығыш яһағас, ул саҡтағы республика етәкселеге үҙебеҙ өсөн яңынан асылған яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында ҡарарҙар ҡабул итте – Никольское мәктәбендә Петр Парфенов музейы асылды, район үҙәгендәге яңы урамдарҙың береһенә уның исеме бирелде.
Был тарихҡа һәм ошо яҙмышҡа мин осраҡлы рәүештә юлыҡҡанмындыр. 80-се йылдар урталарында “Известия” гәзитендә илдең Һауа флоты көнө уңайынан авиация генералы Борис Корольков менән әңгәмә баҫылғайны. Шунда генерал: “Самолет осҡанын тәү тапҡыр 1946 йылда Башҡортостандың Белорет ҡалаһы күгендә күрергә насип булды”, – тип хәтерләй. Эҙләнеүсән журналист икәнһең, бындай осраҡтарҙы иғтибарһыҙ үткәрә алмайһың. Яуап алырыма бигүк өмөтләнмәһәм дә, Борис Федоровичҡа хат яҙҙым. Ә ул шунда уҡ яуап бирҙе. Бик ихлас,төплө яҙылған хатҡа фоторәсемен дә һалған. Данлы тағы бер яҡташыбыҙ менән шулай таныштым.
Сермән ауылынан таныш-белештәре уларҙы ат егеп оҙата. Урманлы-таулы яҡ булһа ла, Сермән, Әзекәй тирәләрендә Ағиҙелдең көмөш бөгөлдәре урманлы Ҡыраҡа һыртын көньяҡҡараҡ ҡыҫа ла ике ярына иркен иген баҫыуҙарын йәйеп ебәрә. Төньяҡта ҡарлы тауҙар ҡуйынына һырыҡҡан Аҙналы, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылдарының төтөндәре күккә сөйөлә лә Бөркөтояның ҡар ҡунмаҫ бейек ҡаяһы күренә. Тынлыҡ. Саф һауала ҡарағай ылыҫы еҫе аңҡый, сана юлын ара-тирә төлкө, ҡуян эҙҙәре киҫеп үтә.
Ат тояҡтарының лерт-лерт иткән тауышын алыҫтан тәүҙә тоноҡ ҡына ишетелгән, унан көсәйә барған гөрләү күмә башланы. Ерән айғыр, ҡолаҡтарын тырпайтып, аҙымдарын йышайта төштө. “Пугачев карьерында таш шартлаталарҙыр, – тип уйланы Федор. – Бәлки, домнаға кислород өрҙөрәләрҙер. Шул яман үкерә торған...” Федор уйын ослап өлгөрмәне, Малиновка тауының үткер ҡаяларына ҡағыла яҙып самолет килеп сыҡты.
– Атай, аэроплан! – санала толопҡа төрөнөп тын ғына ятҡан Боря һикереп торҙо. – Төшөп ултыра ул хәҙер. Ҡыуала атыңды!
– Һе, төштө, ти, һиңә. Нимә ҡараһын ул бында? – Федор ҡырыҫ ҡыланған булды. Үҙе атын йәһәтләне. Ләкин улар Белорет ус төбөндәгеләй күренгән үргә менеп еткәндә, ҡуш ҡанатлы самолет Ҡорташ артына инеп юғалғайны инде.
– Тю-тю һинең аэропланың, улым. Төшмәгән. Магниткаға табан осто инде, былай булғас. – Федор улын үсекләгәндәй итте. Ләкин Боряның илар сиккә етеп күкте байҡауын күреп, телен тешләне. Аэроплан күрҙеме, хыялыйға әйләнә лә ҡуя ошо малай. Ғәжәп...
Төптәнерәк уйлаһа, атаһы ғәжәпләнмәҫ тә ине. Һуғыш уҙған яҙҙа ғына тынды. Иҫән ҡалған яугирҙәр Белоретҡа берәм-һәрәм ҡайта тора. Күкрәктәре тулы – орден-миҙал. Бына хикмәт: ҡорос ҡайнатҡан, сым һуҙған, күмер яндырған кешеләрҙең улдары – күбеһе осоусы.
Әйткәндәй, бик күп йылдар үткәс, ҡаланың Точисский урамындағы скверға Советтар Союзы Геройҙары аллеяһын эшләргә булғас, ҡала менән райондан 14 герой сыҡҡанлығы билдәле булды. Араларында авиаторҙар ҙа бар. Белорет малайҙарының авиация менән һаташыуының сәбәбе лә, ахыры, шундалыр.
Тормошта һәр нәмә лә беҙ уйлағанса ғына бармай. Ҡорос ҡанаттарҙа күккә атлығырға хыялланған Боря Корольковтың иң яҡын дуҫтары Виталий Аверьянов менән Юрий Юсев та осоусы була алманы: береһе – домнасы, икенсеһе төҙөүсе булып китте. Бәлки, Бористың да яҙмышы икенсерәк юлдан китер ине. Ярай әле малайҙың күкрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ҡына түгел, ә ҡорос бөркөт ятыуын күрә алған педагогтар Валентина Гавриловна менән Виктор Николаевич Лязиндар юлында осраған. Белорет ҡалаһының 10-сы мәктәбе уҡыусыһы, күп йылдар үткәс, авиация генерал-полковнигы булып киткән Борис Федорович Корольков уларҙы ифрат йылылыҡ менән иҫкә ала. “Мәктәп директоры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Виктор Николаевичты яҡшы хәтерләйем, – тип яҙғайны теге саҡ генерал. – Валентина Гавриловна – беҙҙең класс етәксеһе – рус әҙәбиәтенән уҡыта. Үҙ эштәренә мөкиббән бирелгән, балалар күңелен аңлай торған педагогтар ине улар”. Генерал Белоретта үткән бала сағын, ҡарағайлы һәм ҡая ташлы Ағиҙел ярҙарын, комсомол билеты алған көнөн, “Ар ташы” пионер лагерында вожатый булып эшләгән осорон һағынып иҫкә ала.
“Летчик һауанан ялҡмай...”
Самолетты тәү тапҡыр Белорет күгендә күргән Боряның артабанғы яҙмышы нисек үрелеп киткән һуң? 1952 йыл аҙағында Корольковтар ғаиләһе Магнитогорск ҡалаһына күсә. Малай шунда урта мәктәпкә лә, аэроклубҡа ла йөрөй. Бер юлы ике урында уҡыуҙың ни икәнен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Йыйнаҡ, һәр минуттың ҡәҙерен белгән, көслө ихтыярлы кешеләргә генә бирелә ул. Осоусы һөнәре, беҙ күҙ алдына килтергән юғары романтиканан тыш, тәрән белем, ихтыяр көсө, сәләмәтлек талап иткән ғәйәт ауыр хеҙмәт тә, ләкин йәшлек шундай: дәрт ҡанаттарында ул ҡыйынлыҡтарҙы һиҙмәй ҙә үткәрә, юғары хыял уны донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн булырға өйрәтә. Осоусы һөнәре шуның өҫтәүенә һалҡын ҡанлы, нервыларыңды төйнәп тота белгән кеше булырға, иптәшлеккә өйрәтә.
Тәүге осош, беренсе мөхәббәт кеүек үк, кеше йөрәгенә мәңгелеккә уйылып ҡалалыр ул. Борис та “Як-18” самолетында Магнитогорск күгенә талпынып тәүге тапҡыр күтәрелеүен онота алмай.
Курсанттарҙы сиҙәм аэродром ситенә теҙгәндә, ҡояш төшлөктән уҙғайны инде. “Смирр-но!”– элекке фронтовик-осоусы Дмитриевтың тауышы был юлы ғәҙәттәгесә ҡырыҫ та, бер аҙ тантаналы ла яңғыраны.
– Курсант иптәштәр! Бурысты иғтибар менән тыңларға!
Капитан Дмитриев, шулай саф алдына баҫып, дәрестәр программаһын аңлатҡан һайын, Борис унан күҙен дә алмай. Тәбәнәк кенә кәүҙәле, погондары алынған кителе кәүҙәһенә һылашып торған был осоусыға ул аэроклубҡа килгәндең беренсе көнөндә үк ғашиҡ булды. Бөтә типтағы самолеттарҙы ла энәһенән-ебенә тиклем белгән осоусы үҙе ғәжәп оҫта оса, юғары пилотаж хәрәкәттәрен иҫ киткес ҡыйыулыҡ һәм камиллыҡ менән башҡара. Инструкторға әллә курсант Корольковтың дәрестәргә етди мөнәсәбәте оҡшаны, әллә Дмитриевтың да Белореттан булыуы сәбәпле, инструктор менән курсант араһындағы үҙ-ара яҡынлыҡ, субординация тигән нимәгә һис тә зыян килтермәй, дуҫлыҡ булып үҫеп китте.
– Курсант Корольков! – Борис, үҙ фамилияһын ишетеүгә, терт итеп ҡалды. – Кабинаға! Минең менән осасаҡһығыҙ.
Борис – алғы, инструктор арттағы урынға ултырҙы. Дмитриев “ҡабыҙ” тигәнде аңлатып ишара яһаны ла, үҙе парашют элмәктәрен рәтләгән булып, курсантҡа иғтибар итмәҫкә тырышты. Әйҙә, тәүҙән үк үҙаллы эшләп өйрәнһен.
Осош һәйбәт үтте. Көнсығышта рудаһы аҡтарылып ташланған Отасы тауы, күкрәге ярылған баһадир кеүек, ҡыҙарып күтәрелә. Ҡаланы ҡап уртаға бүлгән Яйыҡтың һалҡын ҡорос кеүек таҫмаһы... Металлургия комбинатының вулкан ише урғылған мөрйәләре... Көнбайыштағы һәм көньяҡтағы икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары, ҡаялы тауҙар, талир тәңкә кеүек һибелгән күлдәр... Улар барыһы ла, кинолағы кеүек, самолет ҡанаты аҫтынан йөҙөп үтте.
X класты тамамлауға, Борис Корольковтың кеҫәһендә аэроклубты “отлично”ға тамамлау тураһында таныҡлыҡ ята ине инде. Шул уҡ йылда ул Ырымбур хәрби авиация училищеһына документтарын ебәрә һәм ҡабул итеү имтихандары ваҡытында шулай уҡ уҡыу һәм осоу теләге менән янған Юра Гагарин менән таныша.
“55-се йылда, Ырымбур ҡалаһына килеп, истребителдәр авиация училищеһына уҡырға индек. Шунда минең кеүек үк төпһөҙ күк тип һаташҡан Юрий Алексеевич Гагарин менән осраштым. Уның тәүге космонавт буласағын, ә миңә авиация менән генә түгел, бәлки космос техникаһы менән дә шөғөлләнергә, Йондоҙло ҡаласыҡта космонавтар әҙерләү үҙәген ойоштороу һәм үҫтереү эшендә ҡатнашырға тура киләсәген кем уйлаған. Ә был еңел эш түгел ине”, – тип яҙғайны Борис Федорович.
Ырымбур училищеһын тамамлағандан һуң, хәрби осоусы Корольков төрлө частарҙа хеҙмәт итә. Волга буйы хәрби округы, Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө... Һәләтле офицер вазифалар баҫҡысынан етеҙ күтәрелә. 1965 йылда Хәрби-һауа академияһына уҡырға инә һәм, уны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Төркөстан хәрби округында, Афғанстанға яҡын ғына, авиация эскадрильяһы, полк менән командалыҡ итә. Германияның төньяғында өс йыл авиация дивизияһын етәкләй. 1977 йылда яҡташыбыҙҙы авиация генерал-майоры погондары биҙәй.
Уны К.Е. Ворошилов исемендәге Генераль штаб хәрби академияһына уҡырға ебәрәләр. Академияны тамамлағас, йәш генерал Венгрияға, совет ғәскәрҙәренең Көньяҡ төркөмөнә Хәрби-һауа көстәре командующийы итеп тәғәйенләнә. Тағы өс йыл үткәс, Б.Ф. Корольков – Карпат яны хәрби округы командующийының авиация буйынса урынбаҫары.
Беҙ хат алыша башларҙан бер йыл элек авиация генерал-лейтенанты Корольков СССР Хәрби-һауа көстәре баш командующийының беренсе урынбаҫары вазифаһында ине. Авиация дивизияһына командалыҡ иткәндә лә, хәрби-һауа көстәрендә тағы ла юғарыраҡ вазифаларҙа булғанда ла, генерал Борис Федорович Корольковты үҙ-үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсанлыҡ, белем һәм осоу оҫталығын өҙлөкһөҙ арттыра барыу хас була. “1955 йылдан башлап 1983 йылға тиклем ғәмәлдә бөтә типтағы истребителдәрҙә остом. Бер үк ваҡытта конструктор О.К. Антонов самолеттарын да үҙләштерҙем. Летчик осоштарҙан туймайҙыр ул”, – тип яҙа генерал.