Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Апрель 2021, 10:00

“Тегеләр сыҡмаһын, үҙең генә йырла!”

Фәрүәз Урманшинды ни өсөн сәхнәнән сығармағандар?

Белеүебеҙсә, 16 апрелдә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин тамашасыларын матур концерт менән ҡыуандырырға йыйына. Ошо айҡанлы йырсының туғаны, яҙыусы һәм журналист Земфира Аҡбутина бер ҡыҙыҡ хәл менән уртаҡлашты.
“Фәрүәз Урманшиндың ауылыбыҙҙа ҡуйған бер концерты ҡыҙыҡ хәтирә булып иҫтә һаҡлана. 90-сы йылдар башында төрлө төркөмдәр ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк һымаҡ күбәйеп киткәйне. Бер мәл беҙгә лә – Ейәнсура районының Ибрай ауылына бер рок төркөмө концерт менән килде. Төркөмдөң исеме хәтерҙә ҡалмаған, ә бына концертты Фәрүәз алып барҙы. Ул саҡта иҫ киткес популярға әйләнгән "Сафия" кеүек йырҙарын сығып йырлай, халыҡ уға гөрләтеп ҡул саба, сәхнәнән ебәрмәй тота.
Теге төркөм даңғырлаҡтары менән килеп сыҡһа, ҡул да сапмайҙар, тиҙерәк сығып китһендәр ине, тигән һымаҡ битараф ултыралар. Фәрүәз сыға ла көләмәстәр һөйләй, халыҡтан уныһын-быныһын һораша. Тамашасылар: “Тегеләр сығып тормаһын, үҙең генә йырла!" – тип ҡысҡыра залдан. Алып барыусы ипләп кенә: "Улар һеҙҙең өсөн йырларға тип килгән, тыңлағыҙ инде уларҙы ла", - тип "йыуып”, “йүкә шына ҡатып" төркөмдө иғлан итә. Тегеләр сығып бер йыр йырлаһа, халыҡ бүгә лә ҡуя. Фәрүәз сыҡһа, тағы дәртләнеп китәләр, сәхнәнән сығармай тоталар. Аҙаҡ теге төркөм бөтөнләй сығып торманы... Яратҡан йырсылары планлаштырылмаған йырҙарын ла йырланы. Хәлен алды халыҡ ул көндө Фәрүәздең, ләкин бик ҡәнәғәт таралышты!
Яңыраҡ туғаныма “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Ул шул саҡта уҡ халыҡтыҡы ине инде!” – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Земфира Аҡбутина.
Читайте нас