М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы 8 һәм 9 апрелдә театр һөйөүселәрҙе премьераға саҡыра.
Наил Ғәйетбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ғашиҡтар көнө” музыкаль комедияһында, тәбиғи, мөхәббәт темаһы урын ала. Спектакль геройҙары – ҡалаға килгән егет һәм ҡыҙҙар өҙөлөп ғашиҡ була, тормош мәғәнәһе тураһында уйлана. Йәш саҡ – дәртле саҡ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Был спектакль дә уйын-көлкөгә, йыр-бейеүгә бай, ул тамашасыларға шәп кәйеф бүләк итәсәк.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Рөстәм Хәкимов, рәссамы – Нурия Ғәбиҙуллина, композиторы – Васил Ғафаров, балетмейстеры – Александр Родионов.
Театр коллективы тамашасыларын көтөп ҡала.
Фотола: репетициянан күренеш.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: Милли йәштәр театры.