Өфө дәүләт татар “Нур” театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Сәүиә Сираеваға бөгөн “Өфө ҡалаһының маҡтаулы гражданы” тигән исем бирелде.
Был мәртәбәле исемгә ул күп йыллыҡ ижади, мәҙәни эшмәкәрлеге, Өфө алдындағы ҙур ҡаҙаныштары, баш ҡаланың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн лайыҡ булды.
“Бөгөн – минең өсөн байрам. Наградаларым байтаҡ, әммә бындай уҡ шатлыҡты күптән кисергәнем юҡ ине. Был минең генә түгел, тыуған районым, ауылдаштарым, балаларым, ейәндәрем, коллегаларымдың да наградаһы. Ошондай хөрмәт өсөн тәү сиратта “Нур” театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллинға, баш ҡала етәкселегенә, депутаттарға рәхмәт.
Өфөлә 1949 йылдан йәшәйем. Был – минең ҡалам. Бында йәшәргә күскәндә опера театрынан Үҙәк баҙарға тиклем үҙәк ине. Хәҙер Өфөнөң нисек булып киткәненә ҡарайым да ҡыуанам. Артабан да ҡала үҫер, сәскә атыр тип ышанам”, - тип белдерҙе Сәүиә Сираева, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.