Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Апрель 2021, 14:00

“Дуҫлыҡ бейеүе”нә ҡушылайыҡ!

Милли кейем көнө уңайынан Республика халыҡ ижады үҙәге ниндәй акция иғлан итә? Барыһы хаҡында ла - яҙмала.

16 апрелдә республикала Милли кейем көнө билдәләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был байрам 2019 йылдан, Башҡортостан Башлығының указына ярашлы, йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә.
Байрам уңайынан шулай уҡ Башҡортостанда CIOFF®тың VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү айҡанлы Республика халыҡ ижады үҙәге “Дуҫлыҡ бейеүе” тигән онлайн-акция иғлан итә. Был хаҡта ойошманың сайтында хәбәр ителде. Проектта республиканың хореография коллективтары ҡатнаша ала. Шарттарға ярашлы, ҡатнашыу өсөн оҙайлығы ике-өс минуттан артмаған төрлө милли кейемдәрҙәге бейеү башҡарып, уны видеоға төшөрөргә һәм социаль селтәрҙәргә ҡуйырға кәрәк.
#ТанецДружбыБашкортостан, #Башҡортостандуҫлыҡбейеүе, #Деньнациональногокостюма, #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ, #МКРБ хэштэгтарын ҡуйыу хуплана. “Иң шәп видеороликтар Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә ҡуйыласаҡ. Акция 14 апрелдә башланып, 16-һына - Милли кейем көнөнә - тиклем барасаҡ.
Әҙерләнергә ваҡыт бар әле, дуҫтар, милли кейемгә бағышланған матур саранан ситтә ҡалмағыҙ.
Фото: rcntrb.com.
Читайте нас