Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Апрель 2021, 03:55

Яҙмышты үҙгәрткән төш (хикәйә)

Их, бармаһа, белмәһә ине… Күпме ғүмере ҡалды икән әле? Ике, өс, биш ай?..

Ауыҙынан араҡы еҫе аңҡып торған терапевт Ҡотдосов шешмәкләнеп бөткән күҙ ҡабаҡтарын саҡ күтәреп, берсә – ҡулындағы рентген рәсеменә, берсә ҡаршыһында ултырған урта йәштәрҙәге иргә ҡараш ташлап, ауыр һуланы:
– М-дә-ә… Хәлдәр хөрт, ҡустым. Күп тартаһыңмы шулай?
Вайымһыҙ ғына ултырған Илһам, “хөрт” тигәнде ишетеп, тертләп, албырғап китте. Устарын бер-береһенә ыуа-ыуа табипҡа текәлеп:
– Күп тип ни, тартам инде, – тине. Үҙе тилмереп яуап көттө. Күп эсеүҙән хатта аҙнаның көндәрендә буталып киткеләгән, әммә төпкөл районда табиптар етешмәү сәбәпле һаман эшләп йөрөүсе Ҡотдосов ҡулындағы рәсемгә төртә-төртә дауам итте:
– Күрәһеңме, үпкәң сереп бөткән. Яман шеш түгелме икән? Өфөгә онкодиспансерға йүнәлтмә бирәм. Тикшерелеп, дауаланырһың. Бәлки, файҙаһы тейер…
“Яман шеш”, “онкодиспансерға…”, “бәлки, файҙаһы тейер…” Сағыу ҡояшҡа ҡарағандай, күҙ алдары ҡараңғыланды, башы әйләнде Илһамдың. Тәүге көн бесән сапҡандай, имән ағасын тумырғандай, шыбыр тиргә батты, быуындары ҡатты. Төлкөнән ҡасып ҡотолған ҡуяндыҡылай, йөрәге дарҫлап типте. Ҡапыл ғына хәле бөтөп, ул ултырғысының һөйәнгесенә лыпын терәлде. Әгәр баҫып торһа, шул урында һушы китеп иҙәнгә йығылыр ине, биллаһи.
Йәш ир артабан нимә булғанын яҙа-йоҙа ғына иҫләй. Аңҡы-тиңке булып тәүҙә дауахана коридорындағы эскәмйәлә ултырҙы, унан райүҙәк урамдары буйлап ҡайҙа барғанын да аңламай йөрөнө. Башында ҡайнаған мең төрлө уйҙарының рәте-сираты булманы. Киреһенсә, улар бергә уҡмашып, сискеһеҙ төйөн булып мейеһен зыңҡытып тик торҙо. Нисек бәлә-ҡазаға осрамай ғына ауылына ҡайтып еткәндер, билдәһеҙ. Уға инде ни булһа ла барыбер ине, буғай.
Йортоноң ихатаһына килеп ингәс, тура өйгә инмәй, һарай яғына йүнәлде. Тимер баҫҡыстан түбәлек башына менеп, бесән өйөмө өҫтөнә тәгәрәне. Табип кабинетындағы ваҡиғаны тағы бер тапҡыр күңеленән үткәрҙе. Нимәлер хәл итергә кәрәк бит. “Хәл итергә…” Илһам әсе йылмайҙы. Нимәһен хәл итәһең уның? Һуң, эш үткән. Һаман да туҡтамай йүткергәс, ҡатыны, унан бигерәк, түшәктә ятҡан ауырыу әсәһе, барып тикшерел, тип ҡолаҡ итен ашап бөтөргәс, һүҙен йыҡмайым тип кенә юлланғайны шул дауаханаға. Их, бармаһа, белмәһә ине… Бер көн эсендә бөтә хыялдары емерелде, барлыҡ маҡсаттары юҡҡа сыҡты. Ҡырҡ йәшкә яңы етте, ә үпкәһе сереп бөткән икән. Яман шеш менән алыҫ китеп буламы ни, туп-тура зыяратҡа инде. Күпме ғүмере ҡалды икән әле? Ике, өс, биш ай?..
Күҙ алдынан бөтә ғүмере йүгереп уҙҙы. Айырыуса тормошоноң ҡапыл үҙгәргән осоро. Ул саҡтағы ауырлыҡтар! Ил тарҡалһа ла, оло йәштәгеләр, ғәҙәтенсә, эшкә йөрөүҙәрен дауам итте. Хатта хужалыҡтары бөлгөнлөккә төшөп, бер тин аҡса түләмәгәндә лә. Бары колхоздың бөтә мал-мөлкәтен тәләфләп, урлап, һатып бөткәс кенә, пенсия йәшендәгеләр өйҙә ултырыр, ә йәшерәктәр яҡын һәм алыҫ ҡалаларға һыпыртыр булып китте. Тик Илһам кеүек, армиянан ҡайта һалып кәләш алып, ике-өс балалы булып киткәндәр генә, аптырап, ер менән күк араһында аҫылынып ҡалды. Берҙән, төпсөк малай булып, ҡартайған атай-әсәйҙе ҡарау улар өҫтөндә. Икенсенән, сит ерҙә һине ғаиләң менән берәү ҙә ҡолас йәйеп, бушлай торлаҡ вәғәҙә итеп көтөп тормай. Ә бында, исмаһам, йәшәр өйөң бар. Эш кенә юҡ. Сараһыҙҙан күптәр ситкә китеп, ҡапыл ғына үрсеп киткән байҙарға ялланып мунса һала, йорт төҙөй башланы. Аҙналап, айлап юғалып тороп, бер мәл мул ғына хеҙмәт хаҡы тотоп ҡайтып төштөләр. Ҡайһы берҙә алданып, буш ҡул менән дә әйләнделәр. Бәғзеләре, һыуға төшкәндәй, зым-зыя хәбәрһеҙ юғалдылар. Өйҙәрендә ҡалған балалары, ҡатындары, әсәләре остоҡ ҡына хәбәргә лә зар-интизар булып бушҡа көттөләр. Кемдер оҙон аҡса артынан Себергә юлланды. Унда ла йә уңдылар, йә туңдылар.
Илһам бер генә ҡарарға килмәй оҙаҡ күҙәтте был хәлде. Баҡса үҫтергән булды, мал тотто. Әммә мандып китә алманы. Ингән килеме икмәк-тоҙлоҡ, сәй-шәкәрлектән уҙманы. Бер йыл ҡотороноп йәшелсә-емеш уңғайны. Үҙҙәренән артҡанын яҡындағы ҡалаға алып барып һатмаҡсы булдылар. “УАЗик” яллап әсәһен баҙарға илтеп, ун тоҡ картуф ҡалдырып, үҙ эштәре буйынса китте. Кискеһен уны ҡапҡа төбөндә илап шешенеп бөткән әсәһе ҡаршы алды. Баҡһаң, ҡуш йоҙроҡтай эре ауыл ризығына оҙон сират хасил булғас, баҙар тулы “ҡара” халыҡтың бер төркөмө килеп, был – беҙҙең урын, картуфыңды күмәртәләп беҙгә һатып ҡотол, юғиһә, тай бынан, тип ҡурҡытҡандар. Хәләл көс менән үҫтергән табыштарын осһоҙға ғына алып ҡалып, үҙен этеп-төртөп тигәндәй сығарып ебәргәндәр. Асыуы ҡубып, хайуандарса ҡыланған “саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың” арт һабағын уҡытыу уйы менән янған егетте тиҙ һыуындырҙы әсәһе. “Улым, мин уларҙы ҡайҙан таныйым хәҙер? Йөҙгә барыһы ла бер иш бит. Унан өйөр-өйөр булып ҡала тулып йөрөйҙәр. Бер һыҙғырыуҙары етер, күмәкләп йыйылып, күрмәкәйеңде күрһәтеп, иҙмәкәйеңде иҙгесләп китерҙәр. Ҡуй, юҡ менән булышма, балам”, – тине.
Икенсе юлы ауыл буйлап мал йыйып йөрөнөләр. Йыл ярым ашатып һимерткән башмаҡтарын етәкләп алып сығып үлсәткәс, ауырлығы бик шикле аҙ тартҡандай булып, бигерәк кәм аҡса тәҡдим иткәстәре, үҙем ҡалаға илтеп тапшырырмын, тип кире индерергә булып киткәйне. Күрше ағай: “Эй, ҡустым, килеп алғандарында башкөллө биреп ҡотол. Уның ҡарауы, ҡулыңа бер юлы тере аҡса инер. Былтыр һыйырыбыҙҙы шулай үҙебеҙ һуйып, билмән цехына алып барып тапшырғайныҡ. Аҡсаһын ала алмай күпме йөҙ һыуын түктек! Барған һайын, юҡ, тинеләр ҙә торҙолар. Бүлә-бүлә түләп, әҙләп биргән аҡсаларының бәҫе булманы”, – тине. Һөҙөмтәлә, башмаҡ осһоҙға осто.
Шулай донъя көтөп яфалана торғас, Илһамдың башына үҙ эшен асыу уйы килде. Күреп тора, байға бил бөгөү файҙа килтермәй. Ә нимәгә тотонорға һуң? Элек ауылда иң етеш йәшәгәне Ғилман бабай булды. Ул халыҡтан иҫке ҡағыҙ, сепрәк-сапраҡ, һөйәк-маҙар, тире ҡабул итте. Аҙаҡ бөтә сеймалды район үҙәгендәге әҙерләүҙәр контораһына илтеп тапшырҙы. Әллә ил ҡоролошо үҙгәргәс, әллә Ғилман бабай үлеп киткәс, был эш һүнеп ҡалды.
(Дауамы иртәгә)
Читайте нас