Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Апрель 2021, 16:15

Андрей Губинды Мысырға оҙатҡандар...

Яҡташыбыҙҙың Өфөгә ҡайтып, туғандары, яҡындары менән күрешеп-хушлашып киткәне мәғлүм. Асыҡланыуынса...

Өфөлә тыуып үҫкән Андрей Губин – 90-сы йылдар йондоҙо, уның ҡайһы бер хиттарын әле лә яратып тыңлайҙар. Әммә 47 йәшлек йырсы әлеге ваҡытта әүҙем ижад менән шөғөлләнмәй: ток-шоуҙарҙа әйтеүҙәрҙән мәғлүм булыуынса, һаулығы менән етди проблемалар бар.
Ошо көндәрҙә билдәле яҡташыбыҙҙың йылы яҡҡа – Мысырға күсеп киткәне мәғлүм булды. Был хаҡта “СтарХит” журналы хәбәр иткән. Артист Акаб ҡултығы эргәһендәге Дахаб исемле ҡаланы оҡшатҡан: бында, ғәҙәттә, серфингты үҙ итеүселәр, тыныс ял яратыусылар килә.
Унда Андрей йәшәү өсөн бөтә шарттары булған ҙур йортто ҡуртымға алған. Яҡындары билдәләүенсә, артист көн буйы күнекмәләр яһай, ижад менән шөғөлләнә, ял итә. “Аҡса ҡайҙан?” тип борсолғандарға иһә артисты белгәндәр былай тип яуап бирә: Андрейға, хиттар авторы булараҡ, башҡарыусыларҙан улар өсөн даими аҡса килеп тора.
Әйткәндәй, йылы яҡҡа юлланыр адынан Андрей Губиндың Өфөгә ҡайтып, туғандары, яҡындары менән күрешеп-хушлашып киткәне мәғлүм. Унан тыш, 2018 йылда Андрей Губиндың оҙаҡ ваҡыт Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәп алғаны ла билдәле. Уны йыш ҡына урындағы фитнес-клубта күргәндәр. Бер аҙ ваҡыттан һуң артист ҡабат Мәскәүгә юлланған.
Андрей Губин һуңғы йылдарҙа кешеләр алдында бик һирәк сығыш яһай, шуға күрә 2020 йылда караоке-клубта йырлауы оло ваҡиғаға әүерелгән. Ғөмүмән, яҡташыбыҙ кешеләрҙән ҡасып, яңғыҙ йәшәүҙе хуп күрә.
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас