Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Апрель 2021, 10:00

Тәнзилә Хисамованы ҡотлайбыҙ!

Билдәле актриса, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова мәртәбәле исемгә лайыҡ булды.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, билдәле актриса, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Был хаҡтағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.
Тәнзилә Хисамова 1966 – 1980 йылдарҙа һәм 1990 йылдан алып М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Тамашасылар уны төрлө лирик, драма һәм башҡа ролдәрҙе оҫта башҡарыуы өсөн яратып өлгөргән. Актрисаның Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” драмаһындағы – Ғилми, Хәлисә Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” мелодрамаһындағы – Әсә, "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклендәге Убырлы ҡарсыҡ һәм башҡа ролдәре халыҡта ҙур танылыу алды.
Тәнзилә Хисамова “Ай ҡыҙы”, “Миҙал” һәм башҡа фильмдарҙа ла төшкән.
Фото: bashdram.ru
Читайте нас