Колхоз тарҡалғас, йүнле-рәтле барлыҡ техниканы сос кешеләр ҡулына төшөрҙө. Эргәләге машина-трактор оҫтаханаһы, ырҙын табағы, келәттәр етемһерәп ҡалды. Улар биләмәһендәге тимер-томор Илһамдың ихатаһына күсә барҙы. Арыу ғына йыйылғас, ҡалаға металл базаһына оҙатылды. Ауылдаштары бар ҡалдыҡ-боҫтоҡто уға килтерә башланы. Ҡайһы бер ирҙәр урландыҡ әйберҙәрҙе лә аҙ ташыманы, хатта өйҙәренән алюмин һауыт-һабаға хәтлем алып сыҡтылар. Күрше эскесе Ғәләү (ысынында Ғәләүетдин ул), шулай йөрөй торғас, гүр эйәһе булды. Әсәһе Маһибәҙәр әбей көн дә инеп, алыш-биреш итмәүҙәрен үтенеп, илап, ҡарғап та бөттө.
Илһам ҡайһы бер тиңдәштәренә эйәреп ағас эшкәртеү ҡорамалы һатып алды. Алыҫҡа китмәй, ихатаһы артына ғына урынлаштырҙы уны. Кәртәләп алып, эшкә тотонорға ғына иткәйне, ауыл биләмәһе рәйесе килде. “Был урынға хоҡуғың юҡ, рәсми ҡағыҙҙар йүнләмәгәнһең”, – тип бәйләнде. Ул ваҡытта халыҡтың саҡ йорт-ерен теркәүгә алып, рәсмиләштерә генә башлағайнылар. Моңмо ни, тиҙ генә был биләмәне лә, үҙенең йорт-ихатаһын да законлаштырып ҡуйҙы. Бер юлы күршеләренең ҡый баҫып, буш ятҡан ер һыҙатын ҡушып алды. Барыбер Ғәләү үлгән, әсәһе ҡарт – эшкәртеүсе кеше юҡ. Уҡый-яҙа белмәгән әбей әйткәнгә ышанып ҡына һонған ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйҙы ла ебәрҙе. Ә ысыны күршеләре үҙҙәренә документ юллағанда билдәле булды. Маһибәҙәр әбей тағы ҡарғыш яуҙырҙы.
…Кинәт кенә шулай күҙ алдынан бөтә тормошо үтте ирҙең. Был донъя ғәҙелһеҙ: кемдер һаулыҡҡа туймай, кемдер аслыҡҡа дусар, байыған сереп байый, ярлы ярлылана бара, бур – иректә, ғәйепһеҙ – төрмәлә… Ә Илһам, типһә тимер өҙөрлөк ир уртаһындағы Илһам, иртә үлергә тейеш. Ниңә шулай?! Ҡаны ҡайнаны, йәне үртәлде. Уйҙары ошо тәңгәлдә өҙөлдө. Өфөгә барып йөрөмәҫ. Ике аяғының береһен баҫмаҫ – үлһә, үҙ өйөндә үлер. Үлһә… Эйе, үлгәс, йыназа уҡып, еренә еткереп ерләп ҡайтырҙар. Зыяратта мулла: “Һәйбәт кеше инеме?” – тип һорар. Барыһы ла: “Һәйбәт ине, һәйбә-ә-әт”, – тиерҙәр. Маһибәҙәр әбей генә шыбырлап: “Ҡайҙан һәйбәт булһын, аҡса ҡоло ул. Ғәләүетдинемдең башына ла ул етте”, – тиер. Ә ерләүселәрҙең аяҡ тауыштары алыҫайыу менән һорау ала килерҙәр. Ҡайҙа эләгер ул – ожмахҡамы, тамуҡҡамы? Ниндәй гонаһтар йыйҙы һуң әле? Маһибәҙәр әбейҙең ҡарғышын алды. Әсәһенең теләген тормошҡа ашырырға ла форсат тапҡаны юҡ әле. Нисәмә йыл сирләп түшәктә ята, берәйҙе генә тәбиғәткә сығып, сәхрәләрҙә иркен һулаһам, үлһәм дә үкенмәҫ инем, ти бит бахырың. Илһамдың ғына һаман да ваҡыты юҡ. Оят инде, ирҙәр менән йыйылып эсергә бар, ә әсәһенә – юҡ. Хатта үлеме лә хәрәмдән – тәмәке төтәтеүҙән буласаҡ.
Илһам бесән өҫтөнән күтәрелде. Ҡатыны уны борсоулы ҡаршыланы. Ымлап ҡына аш бүлмәһе яғына саҡырҙы. Ҡулдарын ҡаушырып, нисек һүҙ башларға белмәй торҙо ла ҡапыл:
– Насар төш күрҙем, Илһам. Күпкә бармаҫ, ахыры, – тине. Үҙенә төбәп, “күпкә бармаҫһың” тип әйтеп бөтөрә алманы, күрәһең. Бындайҙы уҡ көтмәгәйне ир. Аяҡ аҫтындағы иҙән бөгөн инде икенсегә сайҡалып китте. “Бына нисек! Ҡатынды ла иҫкәрткән Хоҙай!” – Икеләнеүҙәренә урын ҡалманы.
Иртәгеһенә иртән Илһамдың ҡулына эш барманы. Әммә мейеһенә инеп оялаған “яман шеш” тигән уй уны алға ҡыуҙы. Күтәрмәлә баҫып торған килеш ихатаһын байҡап алды ла келәттән лом сығарып, ҡоймаһын емерергә тотондо. Таҡталар еңел айырылды, бағаналар менән генә оҙаҡ маташты. Тауышҡа өй ишегенән башын тығып бер талай күҙәтеп торған Маһибәҙәр әбей яҡын уҡ килеп, элекке ҡоймаға йәнәш, ләкин ике метр эскәрәк ҡаҙылып ятҡан соҡорҙарға сәйерһенеп текләне:
Илһам ҡоро ғына яуап бирҙе:
– Ҡойма яңыртам. Элекке сиктән, инәй.
Маһибәҙәр әбей өндәшмәне. Ҡулдарын арҡаһына ҡаушырып арлы-бирле йөрөштөргөләне лә солан тупһаһына барып ҡунаҡлап, көнө буйы күршеһен күҙәтеп ултырҙы. Нимә тураһында уйлағандыр ул, билдәһеҙ. Моғайын, Ғәләүетдин улы хаҡындалыр.
Өс көн китте был эшкә. Үҙе генә тир түкте ул. Ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәр тигәндәй, яңылышлығын үҙе төҙәткеһе килде. Ҡойма яңыртылды. Әммә күңеле урынына ултырманы. Туҡта, ә ул үлгәс, мулланы ҡайҙан табырҙар? Ауылдарында дини ғәмәлдәрҙе теүәл итеп үтәүсе юҡ. Аят-фәләнгә сатан Кәшәфетдинде саҡыралар ҙа ул. Уныһы тәғәйен көндө генә тәһәрәт алып, түбәтәйен кейеп килеп етә. Ә башҡа саҡта көмөшкә эсеп иҫереп, әсе итеп һүгенеп ята. Тәүбә! Юҡ-юҡ, унан ясин сығарттырмаҫ Илһам! Сит яҡтарҙан мулла эҙләп йөрөрҙәрме? Ә ул бынау йәйге селләлә тәне йонсоп көтөп ятырмы? Их, ауылдарында, исмаһам, мәсет тә һаман төҙөлөп бөтмәй. Мәсет булһа, муллаһы ла табылыр ине. Мәсет… Ниңә уны төҙөүҙе тиҙләтмәҫкә? Егеттәр менән һөйләшеп, йыйылышып ҡарттарға ярҙам иткәндә инде?.. Ауылға ла иман нуры ҡуныр ине. Тик бына бындай изге эшкә тәмәке тартып, хәмер эсеп тотоноу килешерме һуң? Тәһәрәтең боҙолһа, доғаң ҡабул булмай бит. Егерме йыл тәмәке быҫҡытыу дәүерендә егерме тапҡырҙай ғына ташлап, егерме тапҡыр кире тарта башлаған ир шулай бер көн эсендә алама ғәҙәтенән арынды ла ҡуйҙы. Өйҙәгеләре һөйөндө, күрше-күләне ғәжәпләнде, әшнәләре уның ихтыяр көсөнә тәүҙә ышанмай көлөп ҡараны, аҙаҡ көнләштеләр. Ҡыҙыҡ, ташлауы ҡыйын булманы. Шунан башкөллө мәсет төҙөү эшенә сумды.
Өмәгә күп килделәр былай. Кемдер ысын күңелдән ярҙамға ашыҡһа, бәғзеләре бушлай ашап-эсеү, ваҡыт уҙғарыу өсөн йыйылды. Ҡарағай бүрәнәләрҙән күркәм генә йорт һалынып, манараһын күтәреп ҡуйып, янындағы кескәй өйгә мулла саҡыртып ҡайтарғансы, байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Ауыл ҡарттары бик һөйөндө. Тик бына Илһамдың мәсеткә Ғәләүетдин исемен тәҡдим итеүенә сәйерһенделәр. Уның ҡарауы, Маһибәҙәр әбей шунан ҡайтмаҫ булды.
“Өлгөрһәм генә ярар ине”, – тип өтәләнгән Илһам иркен тын алып ҡуйҙы. Кеше араһында ҡайнап йөрөп, йүткереүе лә кәмеп ҡалды шикелле. Әллә шулай тойолдо ғынамы? Тынғыһыҙ уйҙар тағы алҡымынан алды. Сөнки ундай сирлеләрҙең бер мәлгә хәле яҡшырып торғанын да ишеткәне бар ине. “Ремиссия” тип аталамы шунда… Ир албырғап ҡалды: “Инде нимәгә тотонорға? Күрәләтә үлемеңде көтөп ятып булмай ҙа баһа!”
– Бер ҡайҙа ла китмәй тор, ҡәйнәмде мунсаға алып барыр кәрәк. – Ҡатынының һүҙҙәренән айнып китте. “Әсәйҙең, сәхрәләргә сығып, үлән еҫкәһәм ине, тигәнен онотоп ебәрә яҙғанмын!” – Илһам саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Тышҡа урғылған тойғоларын йәшерәм тип, сәсәргә тотондо. Туҡтай алмай быуылып йүтәлләгәндә: “Ана, үлемем килә лә шикелле. Иртәгә үк Олойылға буйына сығырға, туғандарҙы йыйып, һарыҡ һуйып, аят уҡытырға”, – тип йөрәкһенеп уйланды.
Ҡапыл ғына тәбиғәткә йыйынған ирен ҡатыны таныманы. Илһамға ни булған – аңлай алманы. Күпме ваҡыт ҡолаҡ итен ашап та ҡыбырламағанды, бер нисә көн эсендә әллә күпме эш атҡарып сыҡты.
Иртәгеһенә йылға буйындағы ыҡсым аҡлан шат тауыштарға күмелде. Бөтә зат-ырыу йыйылғайны. Усаҡ тоҡандырылып, ҡаҙан аҫылды. Уртаға ҙур ашъяулыҡ йәйелеп, аят уҡылды. Мәрхүм атаһының рухына бағышланы уны Илһам. Аш ашағас, доға ҡылынғас, ололар һәүетемсә донъяуи хәлдәр тураһында гәпләшеп ултырҙы, бала-саға сыр-сыу килеп йүгереп уйнаны. Илһам бер ваҡ-төйәкте лә күҙ уңынан ысҡындырмай иғтибарлап тыңланы, хәтеренә һала барҙы. Балаларын, ҡатынын, әсәһен ҡарашы менән һөйөп туя алманы. Их, күберәк иғтибар бүлергә, кистәрен йышыраҡ һөйләшеп ултырырға булған да бит! Ысынлап та, ғүмер бер миҙгел генә икән. Йөрәген семеткән тойғоларын әсәһенең ҡәнәғәт йөҙөн күреү баҫты. Хәтфә үлән өҫтөнә күпертеп түшәлгән юрған-яҫтыҡта был хозур мәл менән хушланып йылмайып ҡырын ятҡан ҡаҡса әбей иң бәхетлеһе бөгөн. Илһамға ошонан да яҡшырағы кәрәкмәй ине. Ниһайәт, әсәһенең фатихаһын алды, буғай.
…Һуңғы айҙа тәүгә тыныс йоҡланы ул. Үлек һымаҡ, тиҙәрме әле? Иртән күҙҙәрен асыуға өтәләнеп ҡатыны килеп етте:
– Тор, ҡәйнәм бөгөн төндә үткән бит. Сәй индергәйнем, һыуынып та бөткән инде. Бар, ҡарттарҙы саҡыр.
“Әсәй!” Уяна алмай яфаланған Илһамға ҡатыны әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе саҡ барып етте лә йөрәген умырып семтеп алды. Байтаҡ ҡына түшәктә ятһа ла, яҡын кешеһе бына шулай үлер ҙә китер тип уйламаны шул. Әсәй гел янда булыр кеүек ине…
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән ярты көн үтте. Өйгә ауыл ҡарттары, әбей-һәбей, туғандар йыйылды. Мулла килеп, ясин сыҡты. Ҡатын-ҡыҙ аш бүлмәһендә өйөрөлдө. Ваҡытһыҙ шылтыраған телефон трубкаһын ризаһыҙлыҡ менән генә күтәрҙе Илһам. Теге яҡ остан йөрәккә шом һалып ҡалтыранған тауыш яңғыраны:
– Илһам ҡустым, һинме? Был табип Ҡотдосов ине. Теге… ней… Һин берүк асыулана күрмә инде. Үткәндә рентген рәсемдәрен бутағанмын бит. Фамилиялар бер иш булған, ә тыуған йылға күҙ һалмағанмын. Тыныслан, һиндә бер ниндәй ҙә яман шеш юҡ…
Илһамдың ҡулынан телефоны төшөп китә яҙҙы. Ҡотдосовтың артабанғы һүҙҙәрен ишетмәне. Шаңҡып тик торҙо. Бары аш бүлмәһенән килгән ҡатынының тауышы ғына уны һуңғы арала яфалаған халәтенән айнытты:
– Теге юлы уҡ Илһамға яман төш күрҙем тип әйткәйнем. Ҡәйнәмдең вафатыналыр, тип уйлағайным, дөрөҫ булған икән.