Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Күгәрсен үҙәк район китапханаһы балалар ижады өсөн тауарҙар: акварель буяуҙар, гуашь, бумалалар, ҡағыҙ, төрлө төҫтәге бисер, энә һәм еп, атлас таҫмалар, туҡыма һатып алды.
“Күптәр, китапханаға китап өсөн генә йөрөйҙәр, тип уйлай. Тик улар хаталана. Заманса китапхана – ул тотош мәҙәни донъя. Бында уҡырға ла, ижад менән шөғөлләнергә лә мөмкин. Ә бала өсөн ижад ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Был серле донъяла ул һәләтен үҫтерә, хыялын тормошҡа ашыра. Ижадтан бала ҙур файҙа ала”, – ти Күгәрсен үҙәк район китапханаһының баш китапханасыһы Эльвира Мансурова.