Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Апрель 2021, 15:15

Мөхәббәт бишегендә тирбәлер мәл

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында драматург Наил Ғәйетбайҙың “Ғашиҡтар көнө” пьесаһы буйынса музыкаль комедияның премьераһы үтте. Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында драматург Наил Ғәйетбайҙың “Ғашиҡтар көнө” пьесаһы буйынса музыкаль комедияның премьераһы үтте. Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.


Театрҙың сәхнә арты тормошо мәңгелектең ғәжәп төпкөлөнә тиң. Бында көн һайын яңы шәхес, яңы ижад, яңы миҙгел тыуғаны һоҡ­ланғыс. Әле бала саҡта, яратҡан актрисам Рәмилә Сәлимгәрәе­ваның, театр – ул мөғжизәүи донъя, тигәнен аңлай алмағаным хәтергә төшә лә күңелгә рәхәтлек йәйелә. Хаҡ һүҙҙәр икән! Был донъяның хакимы, тылсымсыһы, мөғжизә булдырыусыһы ла бар. Хәйер, серлелектең асылы бер бөгөн асылмаҫ та, сөнки сәхнәгә тәҡдим ителер алдынан яңы әҫәр оҙон һәм бик ҡатмарлы юл үтә. Уның ни ҡиәфәттә тамашасы хөкөмөнә сығарылғанында иң тәүҙә режис­серҙың роле ҙур.
Режиссерҙың күңел тулҡын­дарын сайпылтмаҫҡа тырышып, уның һәр актер, рәссам, композитор, хореограф менән, тауыш, яҡтылыҡ һәм спектакль урыны еренә еткерелһен өсөн тырышҡан башҡа шәхестәр менән көнө-төнө эшләгәнен күҙәтәбеҙ. Бында һәр элемент, ҡараш, хатта ым-хәрәкәт бик мөһим. Актерҙар, хис-тойғолар толпарына атланып, ролдәре өҫтөндә көс түгә. Хәтерегеҙҙә булһа, 1998 – 2002 йылдарҙа театр бер-бер артлы Наил Ғәйетбайҙың “Ауылға ҡыҙҙар килде”, “Студенттар” комедиялары менән бөтә республиканы гөрләткәйне. “Ғашиҡтар көнө” спектакле лә темаһы буйынса алдағыларға яҡын. Әммә унда әлеге көн проблемалары яҡ­тыртыла. Ә мөхәббәт... Был мәңгелек ҡиммәт үҙенең бер кемдекенә лә оҡшамай йәшәгәне менән ҡәҙерле.
Ғәҙәттәгесә, комедия йөкмәткеһе ябай: ауылдан ҡалаға килгән ҡыҙҙар Диана, Наилә, Дилә, Зө­бәржәт, Миләүшә ҡапыл ғына ишек шаҡып килеп ингән мөхәббәтте нисегерәк ҡаршы алырға белмәй аҙаплана. Ошонда уҡ Риф, Нуритдин, Ғәзим, Мөнир һәм Рәшит йәштәргә генә хас саялыҡтары менән ҡыҙҙарҙы яуларға тейеш. Мажара һәм йыр-моң менән һуғарылып, әҫәр бер аҙ романтик йүнәлеш тә алыуы бар (уныһын премьеранан һуң күрербеҙ).
Пьеса авторын комедия жанрын бик яҡшы тойомлаған әҙип итеп беләбеҙ. Бында ла һәр реплика мөһим. Режиссер быға тиклем әллә күпме музыкаль комедия сығар­ғанын иҫәпкә алғанда ла, уларҙың бер-береһен ҡабатламаҫҡа, һүҙ­ҙәрҙең генә түгел, хәрәкәттәрҙең дә бүтән, тап ошо темаға ғына хас булырға тейешлеген күҙаллай. Телмәр һәм хәрәкәт, образ һәм телмәрҙең бер-береһенән айы­рылғыһыҙ йәшәүе зарур. Һәр күренеш бергә бәйләнеп, әҫәрҙәге ваҡиға асылына төшөндөрә. Быларҙан тыш, хистәргә бирелеп, төп фекерҙе юғалтмай аҙағына тиклем еткереү ҙә кәрәк бит әле. Нимәһе ҡыҙыҡ, инде оҙаҡ ҡына йылдар ошо театрҙа режиссер булып эшләгәс, Рөстәм Милләт улы һәр актерҙы яҡшы белә, уларҙың уйламағанда ғына әйтеп ебәрер һүҙҙәрен, хәрәкәттәрен дә күҙаллай. Ошо йәһәттән партнер актерҙарҙың да юғалып ҡалмаҫ өсөн ни ҡылырын белә ул. Репетиция ваҡытында бындай саҡта актерҙар үҙҙәре үк төҙәтеп ебәрә йәки рәхәтләнеп көлөп ала. Әммә сәхнәлә, тамашасы алдында быға юл ҡуйылмай. Залдағылар рәхәт­ләнеп көлгәндә лә актер артыҡ­лыҡҡа юл ҡуя алмай. Шуға режиссер тап әҙерлек ваҡытында әллә күпме алымдар ҡулланып ҡарай.
Спектакль өҫтөндә ҡуйыусы-режиссер Р.Хәкимов менән бергә рәссам Нурия Ғәбиҙуллина, композитор Васил Ғафаров, балетмейстер Александр Родионов һәм төп ролдәрҙә уйнаған театрҙың башҡорт труппаһының иң таныл­ған, сағыу актерҙары эшләй.
Спектакль сығарыу – ауыр ҙа, яуаплы ла. Ул бер аҙға ғына залда ултырғандарҙы моң иленә, мөғ­жизәүи донъяға сәйәхәткә алып барып ҡайта. Тамашасы күҙенә нур, күңеленә моң өҫтәп сыҡты икән, тимәк, спектакль үҙ маҡса­тына иреште, тиергә була. Яҙ миҙгелендә ошондай спектакль сығыуы бөгөнгөбөҙгә бер аҙ яҡшы кәйеф өҫтәү ҙә булыр, тигән ышаныс бар. Театрҙар яңынан-яңы әҫәрҙәр сығара икән, уларҙы ҡарап, ял итеп, аралашырға ла урын, ваҡыт таба белһәк ине. Донъя­лыҡта барған ығы-зығынан арынып, яҡшылыҡ мәлдәрен тойоу мөхәббәт бишегендә тирбәлеүгә тиң.

Читайте нас