Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Өфөнөң балалар сәнғәт мәктәптәре музыка уйын ҡоралдары менән йыһазландырыуға өҫтәмә аҡса алды.
Мәҫәлән, 3-сө балалар сәнғәт мәктәбенә “Yamaha” рояле килтерелде. Уны алыуға федераль ҡаҙнанан 1,4 миллион һум һәм ҡала бюджетынан 116 мең һум аҡса бүленде. Өр-яңы музыка ҡоралдары уҡыусыларға ла, педагогтарға ла оҫталыҡты арттырыу ғына түгел, конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирҙе. “Yamaha” рояле беҙҙең фортепиано концерттарына сағыулыҡ, бай йөкмәтке өҫтәне”, – тине балалар сәнғәт мәктәпбе директоры Павел Киселев.
Мәғлүм булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты Президенттың “2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы Указына ярашлы ғәмәлгә индерелде. Милли проект “Мәҙәни мөхит”, “Ижад кешеләре”, “Һанлы мәҙәниәт” тигән өс федераль проектты үҙ эсенә ала.
Фото: culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/357347/