Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Апрель 2021, 16:00

“Елкән”гә – ыңғай елдәр!

Балалар, һеҙҙе яңы телевизион конкурс көтә! Уның килеп сығышы, шарттары тураһында “Тамыр”ҙың етәксеһе, проект авторы Гөлназ Ҡолһарина һөйләне.

“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә өр-яңы матур проект – йәш музыканттарҙың “ЕЛКӘН” беренсе телевизион конкурсын башлай. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына бағышлана. Конкурсанттар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнарға тейеш.
Был идея ҡасан тыуған? Конкурстың атамаһы нисек һайланған? Уға ниндәй өмөттәр бағлана? Күберәк һәм анығыраҡ мәғлүмәт алырға теләп, “Тамыр”ҙың етәксеһе, проект авторы Гөлназ Ҡолһаринаға мөрәжәғәт иттек.
– Беҙ ҡыҙым Гәлсәр менән электән "Культура" каналында "Щелкунчик" конкурсын ҡарарға яраттыҡ. "Әсәй, ни эшләп “Тамыр”ҙа ла шундай конкурс эшләмәйһегеҙ башҡорт композиторҙары музыкаһы буйынса?" – тип һорап ҡуйҙы бер мәл ҡыҙым. Шунда уҡ исем уйларға тотондоҡ.
Иртәгәһенә “Тамыр”ҙа режиссер, мөхәррирҙәрҙе йыйҙым. Тиҫтәләгән исем араһынан "Елкән" нығыраҡ оҡшаны. Ынтылыш, азатлыҡ бар был һүҙҙә. Нескә лә, көслө лә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына бағышларға булдыҡ. Идеяны Эльвира Айытҡолова күтәреп алды. Бер нисә көндән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән осраштыҡ та эшкә тотондоҡ. Проекттың төп мәғәнәһе – йылдар буйы уйналмай ятҡан башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен яңғыратыу. Музыканың мәғәнәһе – яңғырауҙа, пьесалар ҡағыҙҙа туҙанланып ятырға тейеш түгел, уйналырға, тыңланырға тейеш. Беҙҙең композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәрендә – халҡыбыҙ тарихы, рухы, моңо, үҙенсәлеге.
Ғаризаларҙы 20 майға тиклем ҡабул итәбеҙ. Күп балалар ҡатнашыр тип өмөтләнәбеҙ. Уҡытыусыларға үтенесебеҙ ҙур: әҙерләһендәр, ҡатнаштырһындар ине балаларҙы! Конкурсанттарҙың сығышын БЮТ, “Тамыр” телеканалдарында күрһәтәсәкбеҙ. Конкурс этабына үткән балалар менән "Елкән көндәлеге" төшөрөргә, ә финалға сыҡҡан музыканттар хаҡында тотош фильм эшләргә ниәтләйбеҙ. Финал һәм гала-концертты 29 октябрь – профессиональ башҡорт музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, мәшһүр композитор, йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуған көнөндә үткәрергә уйлайбыҙ, – тип уникаль проектҡа ҡағылған пландары менән бүлеште “Тамыр”ҙың етәксеһе.
Конкурста 8–14 йәшлек музыканттар ҡатнаша ала. Номинациялар дүртәү: фортепиано; ҡыллы, тынлы һәм халыҡ музыка ҡоралдары. Өс турҙан тора: һайлап алыу туры (видеояҙмалар буйынса), конкурс туры, финал. Аҙаҡҡы этапҡа килеп еткән йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһау мөмкинлеге ала.
Ҡатнашыр өсөн konkurselken@mail.ru адресына сығыш төшөрөлгән видеояҙманы һәм ғаризаның сканын ебәрергә кәрәк.
"Башҡортостан"дар “Елкән”гә талантлы конкурсанттар, дәрт-дарманлы, илһамлы йөҙөү теләй!
Фото: "Тамыр" телеканалы.
Читайте нас