Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Апрель 2021, 12:00

Азалия ҙур концертына саҡыра

“Тәүге тапҡыр сәхнәгә ғаиләбеҙҙәге дүрт бала бергә сығасаҡбыҙ. Һигеҙ йыл йырламаған ҡустым да, атай-әсәйҙең яҡты рухы хаҡына тигәс, ризалашты...”

Танылған йырсы һәм уңышлы эшҡыуар Азалия Вәлиева әлеге ваҡытта күңелле лә, яуаплы ла мәшәҡәттәр менән яна – иртәгә, 14 апрелдә, баш ҡалабыҙ Өфөлә уның тәүге ҙур концерты уҙа.
- Концертҡа әҙерлек шаулап-гөрләп бара. Аллаға шөкөр, билеттар яҡшы һатылған, урындар бик аҙ ҡалған. Шуға күрә иртәгә “Торатау” конгресс-холы гөрләр, тип ышанам. Концертымдың йөкмәткеһенә ныҡ иғтибар бирҙем. Уйын-көлкө лә, уйландырырлыҡ, күңел тулырлыҡ урындары ла буласаҡ. Тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә ғаиләбеҙҙәге дүрт бала – ике һеңлем һәм ҡустым бергә сығасаҡбыҙ. Азамат ҡустым һигеҙ йыл йырлағаны юҡ, әммә, ҡәҙерле кешеләребеҙҙең – атай-әсәйҙең яҡты рухы хаҡына тигәс, ризалашты. Шулай уҡ байрамымды ижадташ дуҫтарымдың сығыштары ла биҙәйәсәк, - тип һөйләне Азалия.
Беҙ уға тик уңыштар теләйбеҙ! “Йылмай, йылмай!” тип аталған был тамаша һәр кемгә матур ял минуттары, яҙ кәйефе һәм йылмайыу бүләк итер, тигән изге ниәттә ҡалабыҙ.
Фото: А. Вәлиеваның шәхси архивынан.
Читайте нас