Был йомала, 16 апрелдә Өфө ҡалаһының Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөнә арналған “Ритайым Party” байрамы ойошторола.
Әле совет осоронан алып уйын-көлкө, уйын-бейеү менән үткән ошондай сараларҙы тергеҙеп, халыҡ байрамына саҡыралар. Унда Өфө ҡалаһы артистарының, ижади коллективтарының сығышы, алып барыусылар етәкселегендә концертта һәм уйындарҙа тамашасыларҙың үҙҙәренең дә ҡатнашыуы көтөлә.
Был күңелле сара төштән һуң сәғәт 5-тә башлана. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте ойоштора.
Милли кейем көнө төбәк Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үтә.