Бишбүләк районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Сиҙәкбаш ауылындағы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт башланды. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарыла.
Мәғлүм булыуынса, Сиҙәкбаш клубы 1994 йылда төҙөлгән. Ошо ваҡыт эсендә бина ярайһы уҡ иҫкергән, төҙөкләндереүгә ихтыяж барлыҡҡа килгән. Һәм бына март аҙағында объектта ремонт эштәре башланған. Уны Бәләбәй ҡалаһының “Белстрой” йәмғиәте тормошҡа ашыра. Төҙөлөш материалдары килтерелгән, ҡыйыҡты ябыуға тотонғандар. Тиҙҙән төҙөүселәр бина эсендә эш башлай.
Ремонтты быйыл июнь уртаһына тамамлау күҙаллана. Республика, район ҡаҙнаһы, шулай уҡ урындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы инвестицияһы иҫәбенә финансланған эштең дөйөм хаҡы – 3,5 миллион һумдан ашыу.
Ауыл мәҙәниәт йортонда өлкәндәр өсөн халыҡ театры, вокаль төркөмө, фольклор төркөмө эшләй. Шулай уҡ балалар өсөн түңәрәктәр, өлкәндәр өсөн спорт берекмәләре ойошторолған. Клубта китапхана һәм тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө урынлашҡан.
Капиталь ремонттан һуң ауыл халҡының мәҙәни тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы артыр, клубҡа ҙур теләк менән йөрөгәндәр күбәйер, тип күҙаллана.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/86876