Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2021, 12:15

Иртәгә - Милли кейем көнө!

Был байрам йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә.

Иртәгә Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн билдәләй. Был байрам республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә. Иртәгә ул өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында милли кейем көнөн үткәреү буйынса бик күп саралар планлаштырылған.
Баш ҡалабыҙҙың Рус драма театрында, Р.Нуриев исемендәге хореография колледжында сәхнә костюмдары, милли кейем атрибуттары, милли кейемгә бағышланған күргәҙмә үтә. Төп сараларҙы, әлбиттә, Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Кисәнән алып, белеүегеҙсә, социаль селтәрҙәрҙә “Дуҫлыҡ бейеүе” акцияһы бара. Унда ҡатнашыусылар бихисап. Социаль селтәрҙәге төркөмдәргә төрлө халыҡ кейемдәрендә уларҙың бейеүҙәрен башҡарып төшкән роликтар урынлаштырыла. Бынан тыш, милли кейем кейеп төшкән фотоларҙы ла ҡуйырға мөмкин. Уларҙа УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ#ДеньНациональногоКостюма хэштэгтары булыуы һәйбәт.
Иртәгә Халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Селтәр” студияһы оҫталары башҡорт милли кейемендә дефиле күрһәтә, “Ауаз” башҡорт фольклор ансамбле социаль селтәрҙәрҙә фотоһүрәттәр аша милли кейемдә ҡулланылған элементтар менән таныштыра.
Инде йолаға әйләнеп киткән оҫталыҡ дәрестәре лә ситтә ҡалмай. Гөлнара Шафиҡова башҡорттарҙың традицион кейеме һәм биҙәүестәр тураһында һабаҡ бирһә, Юлай Ғәлиуллин баш кейемдәре хаҡында һөйләр. Видеодәрестәр Халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәренә ҡуйыла.
Кискелеккә С. Юлаев майҙанында Ритайым.Party программаһында артистар, бейеү коллективтары сығыш яһар, тип көтөлә.
Республика музейҙарында Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәренә арналған тематик эккурсиялар планлаштырыла, милли кейемгә ҡағылышлы башҡа темалар буйынса саралар ҙа ҡаралған.
Баш ҡаланан тыш, республиканың башҡа мәҙәниәт үҙәктәре лә байрамдан ситтә ҡалмай. Салауат музыка колледжы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе, шулай уҡ ҡаланың рус драма театры, Туймазы татар драма театры, Нефтекама филармонияһы, Сибай концерт-театр ойошмаһы ла тематик саралар ойоштороуға йәлеп ителгән.
Әйтәйек, сибайҙар онлайн тәртиптә башҡорт милли кейеменә бағышланған “Сәсмәүерем, селтәрем-2020” 5-се төбәк-ара фестивалдең еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын ҡарай ала, ҡаланың ағинәйҙәр ҡоро, “Талир тәңкә” төркөмө ағзалары, этно-художество бүлегендә белем алыусылар “Төньяҡ амурҙары” һәйкәле янында башҡорт милли кейемен күрһәтәсәк.
Милли кейем көнөнән Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ, республикала йәшәгән башҡа халыҡтар вәкилдәре лә ситтә ҡалмай. Милли тарихи-мәҙәни үҙәктәр ҙә байрамға ныҡлап әҙерләнгән.
Республикабыҙҙа әллә күпме милләт вәкиле йәшәй. Һәр береһе күркәм йолаларға, ҡабатланмаҫ мәҙәни үҙенсәлектәргә эйә. Милли кейем көнө тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә яңыса ҡарарға, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе йәш быуынға таратырға ярҙам иткән күркәм бер сара булып тора. Уның матур йолаға әүерелә барыуы ифрат шатлыҡлы, әлбиттә.
Һүрәттә: “Селтәр” студияһы ағзаһы Фәнүзә Ғибәҙуллина башҡорт милли кейемендә.
Автор фотоһы.
Читайте нас