Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙа милли асылыбыҙға ҡайтыуға, милли кейемдәребеҙҙе кейеүгә, милли биҙәүестәребеҙҙе тағыуға иғтибар артты. Хәҙер күптәребеҙ ҡасандыр өләсәй-инәйҙәребеҙ таҡҡан селтәр-ҡашмауҙарҙы, стилләштерелгән кейемдәрҙе кейә, уларҙы хатта байрам көндәрендә генә түгел, көндәлек тормошта ла киң ҡуллана.
Сибай ҡалаһында йәшәгән Вилдановтар – был йәһәттән күптәргә өлгө. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала тигәндәре лә хаҡтыр, күрәһең. Ғүмере буйы сәнғәтте һәм мәҙәниәтте үҙ иткән, оҙаҡ йылдар “Яугел” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе Гөлшат Вилданованың килене Әлфиә лә халыҡ йолаларына тоғро. Үҙе лә “Яугел” ансамбленә йөрөй, ҡаланың “Әкиәт” балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн ҡумыҙ түңәрәге алып бара, йәш быуындың күңеленә милли рух һала, уның кейемдәренә, биҙәүестәренә һөйөү уятып ҡына ҡалмай, күп осраҡта милли кейемдәр кейеп, төрлө саралар үткәрә. Бөгөн ҡыҙҙары Әлимә лә, өләсәһе һәм әсәһенең юлын дауам итеп, ҡумыҙ сиртә, оҫта бейей. Әйткәндәй, Әлимә торғаны артист тиерһең! Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, республика һәм ҡала күләмендә үткән төрлө бейеү, шиғыр, әкиәт һөйләү конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған.
Төрлө сағыу милли кейемдәр кейгән өс быуын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тулы образын тыуҙырған, халҡыбыҙҙың асылына һәм булмышына тоғро ҡалған, милли кейем һәм биҙәүестәрҙе пропагандалауҙа ҙур өлөш индергән Вилдановтарға артабан да уңыштар теләйбеҙ!